Унда көнбағыш майы, өй һәм ялан еләге, һәм хатта тере ҡуяндар ҙа һатып алырға мөмкин булды. Шулай уҡ бөгөн район үҙәгендә йәшәүсе Әлфиә Ильясова йәрминкәгә үҙенең кейеҙҙән эшләгән әйберҙәрен алып сыҡҡайны. Әйткәндәй, улар беҙҙең районда ғына түгел, ситтә лә бик билдәле.
Билдәләп үтергә кәрәк, был участкала үҙәк район дауаханаһы шәфҡәт туташы теләгән һәр кемдең ҡан баҫымын үлсәй. Был да бик яҡшы!
Стәрлебаш ауылының 2837 һанлы участкаһы рәйесе Кәйүпов Рәмзил Ильяс улы. Бөгөнгө көндөң иртәһенә бында 1087 кешенең 681е тауыш биргән, йәғни дөйөм тауыш биреүселәрҙең 62 проценты.
Берҙәм дежур-диспетчерлыҡ хеҙмәтендә эшләүсе Светлана Ихсанова һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ системаһында эшләүсе Рафаэль Богданов бөгөн тәүгеләрҙән тауыш биргән.
Был участка һайлау комиссияһында тәүге тапҡыр тауыш биреүселәр 15 кеше. Уларҙың барыһына ла 18 йәш һәм улар хәҙер тулыһынса үҙ фекерҙәрен белдерергә хоҡуҡлы. Шуларҙың береһе - Стәрлебаш ауылынан Радмир Ишмөхәмәтов кисә тауыш биреп, бөгөн иртән армияға киткән. Афарин!
Был һайлау участкаһында ике КОИБ ҡуйылған (һайлау бюллетендәрен эшкәртеү комплексы), улар, һис шикһеҙ, комиссия ағзаларына тауыштарҙы иҫәпләгәндә ярҙам итәсәк.
Мәғлүмәт һәм фото Р.Мусина тарафынан бирелде.