* * *
Ғалимдар әйтеүенсә, көн һайын йүгереү мейелә яңы күҙәнәктәр үҫеүенә килтерә, хәтерҙе яҡшырта.
* * *
Ауыҙ эсендәге бактериялар планеталағы кешеләр һанынан байтаҡҡа күберәк.
* * *
Кеше йоҡлаған саҡта, телевизор ҡарап ултырғандағыға ҡарағанда, күберәк калория яндыра.
* * *
Уң ҡул менән яҙыусылар һулаҡайҙарға ҡарағанда уртаса туғыҙ йылға күберәк йәшәй.
* * *
Иртәнсәк һеҙҙең буйығыҙ кискелеккеһе менән сағыштырғанда бер сантиметрға оҙонораҡ.
* * *
Кеше үҙ ғүмерендә уртаса 27 300 килограмм аҙыҡ ашай. Был яҡынса алты филдең ауырлығына тиң.
* * *
Сир кеше сөскөргәндә, йүткергәндә генә таралмай. Бер бактерия күҙәнәге 24 сәғәт эсендә һигеҙ миллиондан ашыу яңы бактерия барлыҡҡа килтерә. Күҙ алдына килтереп ҡарағыҙ, ишек тотҡаһына үрелгәндә, коллегаларығыҙ менән күрешкәндә күпме бактерия йоҡтораһығыҙ?
* * *
Вирустарҙың күбеһе кеше тын алғанда, йүткергәндә, сөскөргәндә һауа аша тарала. Һалҡын тейеүҙе һәм киҙеүҙе төрлө вирустар ҡуҙғыта, әммә уларҙың икеһе лә һауа аша ваҡ ҡына тамсылар рәүешендә тарала.
Ауырыуҙың сөскөрөү ярҙамында инфекциялы күҙәнәктәрҙән ҡотолоуы һәм уртаса 100 меңдән ашыу вирус күҙәнәген туғыҙ метр аралыҡҡа тиклем таратыуы мөмкин. Һалҡын тейҙергән кеше сирҙең тәүге билдәләре күренгәнгә тиклем үк инфекцияны башҡаларға йоҡтороуы ихтимал. Өлкәндәр йылына уртаса ике-өс тапҡыр һалҡын тейҙерһә, балалар инфекцияға тағы ла йышыраҡ бирешә.