Новости
30 Июнь 2020, 11:20

Башҡортостанда киләһе аҙнала 30 градус эҫе булыуы көтөлә

Башҡортостанда синоптиктар эҫе һауа торошон фаразлай. Температура +31 градусҡаса күтәрелә.

Фаразға ярашлы, 1 июлдә һауа 23 градусҡа тиклем йылына. Артабанғы көндәрҙә һауа температураһының күтәрелеүе көтөлә.
Йәкшәмбе, 5 июлдә, термометр бағанаһы 28 градус билдәһенә тиклем күтәрелә. Урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуа.
Киләһе аҙнала ла ошондай һауа торошо һаҡлана. Эҫе ҡоро һауа торошо көтөлә, һауа температураһы 27-31 градус була.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.
Читайте нас