Стэрлебаш шишмэлере
+22 °С
Ямғыр
Новости
29 Июнь 2020, 10:56
Уға 28 генә йәш булған...
Баҡалы районында үлемесле авария теркәлеүе тураһында хәбәр итә төбәк дәүләт автоинспекцияһы. Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, автоһәләкәт райондың Иҫке Маты ауылында булған.
Башҡортостан буйынса ЮХХДИ мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 28 йәшлек егет урам буйлап "Приора" автомобилендә китеп барғанда, идараны юғалтып, юлдан ситкә сыға һәм гаражға барып һуғыла.
Көслө бәрелеү һөҙөмтәһендә алған тән йәрәхәттәренән водитель шул урында уҡ үлә. Әлеге ваҡытта дәүләт автоинспекцияһында хәл-ваҡиғаның сәбәптәре асыҡлана.
Фото:bash-news.ru
Автор: Аклима Гизатуллина.
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/U-a-28-gen-y-sh-bul-an-343461/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"