“Өфөләге Урмансылар исемендәге парк – Башҡортостан, Өфө өсөн үҙенсәлекле урын. Ул, әлбиттә, һаҡланырға һәм тәбиғәт бында килеүселәр, йәшәүселәр менән гармонияла булырға тейеш. Минеңсә, иң мөһиме – урман балансы. Был урын мәҙәниәт һәм ял үҙәге түгел, был урман биләмәһе булырға тейеш. Унда ҡала шау-шыуынан, тормош тиҙлегенән "йәшеренергә" мөмкин. Тағы урман паркының төрлө йәштәгеләр өсөн уңайлы булыуы зарур”, – тине Сергей Капков.
Эксперт белдереүенсә, бында кешеләр тәбиғәт менән һоҡлана, футбол уйнай алырға, тыныслыҡта ял итергә тейеш. Тәбиғәттең үҙ ҡанундары менән йәшәүе, йәнлектәр донъяһына шау-шыу ҡамасауламауы мөһим.
“Парк өсөн нимә кәрәклеген уйларға тейешбеҙ. Аҙаҡ ошо фекер-һөйләшеүҙәрҙе бер документҡа тупларға, осрашырға һәм дәлилдәр менән раҫларға ҡала, – ти Сергей Капков. – Иң мөһиме - балансты, һәр ял тиерлек бында килгәндәрҙең биләмәгә ҡарата мөнәсәбәтен боҙмаҫҡа”.
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/lege--ens-lekt-ren-a-lau-m-im-342733/
Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәте.