Новости
26 Июнь 2020, 11:20

Водителдәрҙе мөһим үҙгәрештәр көтә

1 июлдән водителдәрҙе өс мөһим үҙгәреш көтә

Рәсәйгә руле уң яҡта булған автомобилдәрҙе индереүҙең ҡаты нормалары үҙ көсөнә инә һәм уларҙы иҫәпкә ҡуйыу, файҙаланыу ҡатмарлаша. Был йөк машиналарына, микроавтобустарға, манипуляторҙарға ҡағыла;

1 июлдән газ ҡорамалын, лебедканы, фаркопты һәм багажникты махсус лабораторияла тикшергәндән һуң ғына рәсмиләштерергә мөмкин;

водитель таныҡлығы алғанда йәки уның ваҡытын оҙайтҡанда медицина тикшереүе үтеү тәртибе үҙгәрә: хәҙер ҡайһы бер автоһәүәҫкәрҙәргә өҫтәмә анализдар бирергә кәрәк. Ләкин был табип-нарколог алкоголде йәки наркотиктарҙы артыҡ ҡулланыу билдәләре тапҡан водителдәргә генә ҡағыла.
Читайте нас