Новости
26 Июнь 2020, 07:41

Төп бүләк - бер йөк утын

Хөрмәтле стәрлебаштар! «Стәрлебаш шишмәләре» район гәзите редакцияһы гәзиткә яҙылыусылар араһында бүләктәр уйнатыу тураһында иғлан итә. Унда алты айға (йәғни икенсе ярты йыллыҡҡа) район гәзитенә яҙылған һәр кем ҡатнаша ала.

Бының өсөн редакцияға гәзиткә яҙылыу тураһында квитанцияны алып килергә (йәки почта аша ебәрергә) кәрәк. Еңеүселәрҙе түбәндәге бүләктәр көтә: I бүләк – утын («Газель» машинаһы), II бүләк – бер ҡапсыҡ шәкәр ҡомо, III бүләк – бер ҡапсыҡ он. Еңеүселәр иҫәбенә инә алмаусыларҙың йыуатыу приздары алыу мөмкинлеге буласаҡ (шулай уҡ кәрәкле һәм файҙалы әйберҙәр).
Бүләктәр 17 июлдә 11.00 сәғәттә район гәзите редакцияһында уйнатыла. Шуны билдәләп үтәбеҙ, бүләктәр уйнатыуҙа шәхсән ҡатнашыу мотлаҡ түгел. Йәғни, әгәр һеҙгә бүләк сыҡҡан икән, был көндө бүләктәр уйнатыуҙа шәхсән ҡатнашыу-ҡатнашмауығыҙға ҡарамаҫтан, һеҙ уны аласаҡһығыҙ.
Бүләк уйнатыуҙа ҡатнашырға ашығығыҙ!!!
«Стәрлебаш шишмәләре» гәзите редакцияһы.
Фото Интернет селтәренән алынды.
Читайте нас