Новости
26 Июнь 2020, 07:30

Һәр ваҡыт ярҙамға ашығалар

Ҡуғанаҡбаш ауылы фельдшер-акушерлыҡ пункты кабинеттарын күрһәтеп йөрөгәндә, уның хеҙмәткәре Гүзәл Ишморатова әлеге бинала эшләүҙең үҙе өсөн бик уңайлы булыуын таныны. Уның иркенлеге, ысынлап та, , күҙгә ташлана. Ҡабул итеүгә көтөп ултырыу урыны гөлдәргә күмелгән, ауыл эшсәндәре өсөн процедура кабинеты булдырылған һәм унда табип тәғәйенләгән барлыҡ дауалау саралары башҡарыла. Шулай уҡ балаларға медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн айырым бүлмә һәм ЭКГ кабинеты бар.

2005 йылда әлеге социаль тәғәйенләнештәге объектты фельдшер-акушерлыҡ пункты итеп үҙгәртеп ҡороуҙа тыуған ауылына Марат Хафиз улы Ишмейәров ярҙам иткән. Ул яҡшы ремонт үткәрүгә бағыусылыҡ ярҙамы күрһәткән. Шул рәүешле, бында ауыл халҡының һаулығын һаҡлау өсөн ыңғай шарттар булдырылған һәм был бөгөнгө көндө лә һаҡлана.
Килеүселәр араһында пенсионер Әнүәрә Мөлөкова сират көтөп ултыра. Ауылда йәшәүсе кеше булараҡ, ул теләһә ҡайһы ваҡытта ярҙам һорап мөрәжәғәт итеү мөмкинлеге булыуына бик шат:
- Район дауаханаһы беҙҙән алыҫыраҡ. Ә үҙебеҙҙең фельдшер-акушерлыҡ пунктында ҡан баҫымын үлсәтеү, уколдар яһатыу, кәрәкле дарыуҙарҙы һатып алыу мөмкинлеге бар. Бында эшләгән ҡыҙҙар бик намыҫлы, беҙҙең сәләмәтлеккә бәйле проблемаларҙы шунда уҡ белә, - тип уртаҡлашты ул.
ФАП хеҙмәткәрҙәре 765 кешене хеҙмәтләндерә. Йомағужа, Ҡуғанаҡбаш һәм Новоивановка ауылдары халҡы уларҙың һиҙгер хәстәрлегендә. Фельдшер-акушерлыҡ пунктына көнөнә егермеләп кеше килә. Фельдшерҙар Лилиә Ибраһимова менән Гүзәл Ишморатова (һүрәттә) һәр сабыйҙың донъяға килеүенә һөйөнә. Ҡуғанаҡбаш ауылы йәштәре тыуған төйәктә ҡалыу һәм ғаилә ҡороу мөмкинлегенә эйә. Бында күп балалы 18 ғаилә булыуы быға дәлил. Тимәк, тормош дауам итә, халыҡ һаны арта. Өҫтәүенә, фельдшерҙар уларҙың сәләмәтлеген һаҡлау йәһәтенән ҙур эш алып бара. Дөрөҫөрәге, улар һәр йортҡа барып, иҫкәртмәләр тарата, ауыл халҡына тикшереү үтеү, анализдар тапшырыу мөмкинлектәре менән таныштыра. Күп кенә сирҙәрҙе ваҡытында дауалап, ғүмерҙе оҙайтырға мөмкин. Яман шеш сирҙәрен иҫкәртеүгә айырым иғтибар бирелә. Ҡатын-ҡыҙҙарҙа аналыҡ муйынтығы, ир-егеттәрҙә простата биҙе, эсәк һәм тура эсәк яман шештәрен асыҡлауға йүнәлтелгән саралар, диспансерлаштырыу алып барыла. Бында әлеге эштәр яйға һалынған һәм бының өсөн ҡалаларға махсус барыу талап ителмәй.
Кабинеттарҙың береһендә ЭКГ аппараты тора. Ул инфаркт осраҡтарын тиҙ арала асыҡлау өсөн кәрәк. Күкрәктә ауыртыуға зарланған пациенттар фельдшер үткәргән ЭКГ тикшереүҙәре һөҙөмтәләре буйынса үҙәк район дауаханаһына дежур табипҡа оҙатыла. Дөрөҫ ҡуйылған эш кеше ғүмерен һаҡлап ҡалырға ярҙам итә.
Коронавирус инфекцияһы ваҡытында фельдшер-акушерлыҡ пунктына төшкән өҫтәмә эштәр тураһында әйтеп китмәһәк, дөрөҫ булмаҫ. Әлеге территорияла COVID-19 иҫкәртеү буйынса барлыҡ һаҡлыҡ саралары ҡәтғи үтәлә.
Тиҫтә йылдар дауамында шулай булған: ауыл фельдшеры – абруйлы медицина хеҙмәткәре, ул барыһын да белергә бурыслы. Сәләмәтлек менән ниндәй генә проблема килеп тыумаһын, ауыл кешеһе фельдшер-акушерлыҡ пунктына килә. Ҡуғанаҡбашта бындай традиция бөгөнгө көндә лә уңышлы дауам итә.
Рәйлә Тайғонова.
Фото Г.ИШМОРАТОВА тарафынан бирелде.
Читайте нас