Новости
26 Июня 2020, 07:26

Кешеләр һаулығы һағында

Район дауаханаһының баш медицина шәфҡәт туташы кабинеты «диспетчер» хеҙмәтен хәтерләтә. Уның ишеге артында ойоштороу эштәренән башлап төрлө характерҙағы мәсьәләләр хәл ителә. Зилә Йәғәфәрова (һүрәттә) - урта медперсонал өсөн генә түгел, Стәрлебаш үҙәк район дауаханаһы етәксеһенең дә төп ярҙамсыһы. Дауахананың именлеге күп осраҡта уға бәйле.

Баҡый ауылынан ҡулында һәйбәт аттестаты булған ҡыҙға «Шәфҡәт туташы эше» белгеслеге буйынса эксперименталь төркөмгә эләгеүе ҡыйын булмай. Профиль фәндәр буйынса юғары билдәләр ярҙамында ул инеү имтихандарын тапшырмайынса, Салауат медицина училищеһына уҡырға инә. Экспериментҡа ярашлы, ул ҡыҫҡа ваҡыт эсендә махсус программа буйынса белем ала. Ни бары ике йыл эсендә, 1986 йылда шул курста белем алыусылар шәфҡәт туташы һөнәренә эйә була. Шул ваҡыттан алып ул үҙен изге һөнәрҙәрҙең береһе менән бәйләй, һәм был белгестәр үлем менән уҙышып тәүлек әйләнәһенә кеше ғүмерен ҡотҡарып ҡалыр өсөн ғәйәт ҙур тырышлыҡ һала...
Һайлаған һөнәре еңел булмаясағын ул Өфө ҡалаһының 6 һанлы ҡала дауаханаһында эшләгәндә үк аңлай. Сөнки бында йөрәк патологияһы менән бала табыусы ҡатындарҙы ебәрәләр.
- Тәүҙә мин яңы тыуған сабыйҙарҙы тәрбиәләп ҡарау палатаһына эләктем. Сабыйҙарҙың илауҙары әле лә ҡолағымда яңғырай. Бер осраҡ хәтеремдән сыҡмай, унда бер бала ваҡытынан алда бәләкәй генә булып тыуғайны, әммә яйлап ҡына ауырлыҡ йыйҙы. Уның әсәһе дауахананан сыҡҡас беҙҙе бер ни тиклем ваҡыт уларҙың өйөнә барып баланы һыу индерешеүебеҙҙе үтенде. Беҙ коллегабыҙ менән, уның борсолоуын һәм юғалып ҡалыуын күреп, әлбиттә, ярҙам иттек, - тип һөйләне бөгөн баш шәфҡәт туташы үҙенең хеҙмәт юлының башы тураһында.
Шул ваҡытта уҡ ул йәш булыуына ҡарамаҫтан, бик ярҙамсыл һәм мәрхәмәтле була. 1988 йылда, Первомайский ауылы егетенә тормошҡа сыҡҡас, Зилә Хәсән ҡыҙы Стәрлебаш үҙәк район дауаханаһында эш башлай. Терапия бүлегендә койкаларҙың күп булыуы һәм эргәһендә тәжрибәле остаз менән ул һәйбәт мәктәп үтә. Иң яҡшы шәфҡәт туташтары Эльвира Йомадилова, Ғәлиә Халиҡова, Ғәлиә Әминева уның менән тәжрибәләре һәм һөнәри оҫталыҡтары менән уртаҡлаша. Анестезиология һәм реанимация бүлектәрендә, шулай уҡ поликлиникала ла уның практикаһы була:
- Медицина бик үҙенсәлекле, бында күҙ йәштәре менән шатлыҡ хисе бер юлы осраша. Пациенттарыбыҙ һәм уларҙың туғандары өсөн нисек кенә ҡайғырһаҡ та, беҙ хис-тойғоларыбыҙҙы күрһәтмәҫкә, өҫтәүенә, һәр ваҡыт тонуста булырға һәм ниндәй ҙә осраҡта паникаға бирелмәҫкә тейеш, - тип һөйләй һөнәренең серҙәре тураһында Зилә Хәсән ҡыҙы.
Минең мәҡәлә геройым әйтеүенсә, ул һәр иртә эшкә йыйынғанда, эштәрҙе сиратлап башҡарыр өсөн уларҙы подпункттарға бүлә икән. Ҡағиҙә булараҡ, эш көнө башында ашығыс мәсьәләләр барлыҡҡа килә, улар иһә кисекмәҫтән хәл итеүҙе талап итә. Урта персонал звеноһында уның етәкселегендә 166 кеше эшләй. Уларҙың һәр ҡайһыһының сертификат циклы тураһында хәстәрлек күрергә, уҡырға ебәрергә, бүлексәләрҙә санитар-эпидемиологик режимды даими контролдә тоторға, медицина материалдары (шприц, тамыҙғыс һ.б.) сығымын һәм ҡоролмаларҙы тикшереп торорға кәрәк. Бындай ғәйәт ҙур яуаплылыҡ арҡаһында, әлбиттә, баш шәфҡәт туташы үҙ бурыстарына еңел-елпе ҡарай алмай. Шуға күрә ул бик яуаплы, үҙенә лә, ҡул аҫтындағыларға ла талапсан. Уларҙың береһенә лә халаттарын асып йөрөргә рөхсәт итмәй, бөтәһенә лә иғтибарлы булырға өйрәтә. Уның үҙ ярҙамсылары бар - бүлексәләрҙә алты өлкән шәфҡәт туташы.
Беҙ район дауаханаһында кадрҙарҙың аҙ булыуы тураһында ла һөйләштек:
- Мин коллективымды бик яратам, ҡәҙерләйем. Күптән түгел беҙгә дүрт йәш белгес ҡайтты. Бындай тулыланыуға беҙ һәр ваҡыт шат. Традиция буйынса, уларҙы остаздарға беркеттек, әммә осраҡ сыҡҡан һайын уларға ниндәйҙер шиктәрегеҙ булһа кәңәш һорағыҙ, тип ҡабатлап торам, - тип уртаҡлашты Зилә Хәсән ҡыҙы.
Бына 32 йыл инде ул стәрлебаштарҙың һаулығы һағында тора. Ошо ваҡыт эсендә уға тәүлеклек дежурлыҡ, пациенттарҙың ғүмере өсөн яуаплылыҡ һәм медицина хеҙмәткәрҙәре һөйләргә яратмаған башҡа бик күп нимәләр яҡшы таныш. Улар тыйнаҡ ҡына быны үҙҙәренең эштәре тип иҫәпләй...
Сәскәләргә күмелгән уңайлы йорттарында уны яратҡан ғаиләһе - үҫеп бөткән балалары Розалина менән Фидаил, бәләкәй ейәне Аяз көтә. Тормош иптәше Фәнис Барый улы уға һәр йәһәттән ярҙамлаша. Улар эргәһенә ул дауаханала эш бөткәндән һуң ҡайта. Кабинет ишеген ябып, Зилә Хәсән ҡыҙы кистең тыныс үтеренә ышана. Өйөнә ҡайтып китер алдынан ул дежурлыҡты тыныс үткәреүҙәрен теләй, шул уҡ ваҡытта бәлә-ҡазаның ял көндәре булмауын да аңлай. Әммә шулай ҙа иртә изге булыр, тип бик өмөтләнә.
Рәйлә Тайғонова.А.Зәйнетдинов фотоһы.
Читайте нас