Новости
26 Июнь 2020, 07:28

Был һөнәр эйәләре алдында баш эйәбеҙ

Табип булырға теләгән йәштәр нимә тураһында хыяллана? Уларҙың хыялы бар кешегә лә аңлашылмай, бының сәбәбе әлеге хеҙмәтте үҙ итеү, кешеләргә ярҙам итеү теләге. Миңлегөл Аманова (һүрәттә) 45 йыл кешеләрҙе дауалап, үҙ һөнәрен дөрөҫ һайлауына бер ҡасан да икеләнмәгән.

Уларҙың ғаиләһендә алты бала үҫә. Ҡыҙ бәләкәй сағында уҡ атайһыҙ ҡала. Башта улар Стәрлетамаҡ районының Түбәнге Услы ауылында йәшәй. Артабан оло апайҙарын комсомол линияһы буйынса Үзбәкстанға балалар йортона эшкә ебәрәләр. Ул ауырыу әсәһен кескенә балалары менән ҡалдыра алмай, унда бергәләп китәләр. Ҡояшлы Денау ҡалаһы йылы ҡабул итә, әммә әсәйҙәренең ауырыуы ғына сигенмәй. Шуға күрә Миңлегөл Ғилман ҡыҙы бала сағынан уҡ табип булырға һәм яҡын кешеһен дауаларға тейеш тигән ҡарарға килә. Мәктәпте алтын миҙалға тамамлап, Ташкент медицина университетына уҡырға инә. Ҡыҙ балаларҙы, улар менән бәйле булған барлыҡ нимәне ярата. Башта педиатрия факультетында уҡыу уны бер аҙ һағайта, анатомияны, кешенең кәүҙә төҙөлөшөн өйрәнәләр. Ә инде һуңғы курстарҙа ҡатмарлы операцияларҙы ҡарайҙар. Практика үткәндән һуң каникулдар ваҡытында апаһы менән бергә улар йыш ҡына туғандарына Башҡортостанға ҡунаҡҡа ҡайта.
Йәшлеге, ғаиләле булыу һәм эш урынында тәүге дежурлыҡ ҡояшлы Үзбәкстанда була. 90-сы йылдар башында уларҙың ғаиләһе Башҡортостанға ҡайтыу тураһында уйлана башлай. Әлшәй районында туҡталырға ҡарар итәләр. Геройыбыҙҙы ҡала клиникаһы түгел, ә Раевка участка дауаханаһы ҡаршы ала. Бында патронаж да, юл булмаған урындарға ауырыуҙар янына барыуҙар, өйҙә дежурлыҡ итеүҙәр. Миңлегөл Ғилман ҡыҙы табип-педиатр, әммә ауыл шарттарында уға ашығыс медицина ярҙамын барыһына ла күрһәтергә тура килә:
- Тормошта төрлө осраҡтар булды. Кеше ғүмерен һаҡлап ҡалыу өсөн ҡайһы саҡ кисекмәҫтән эш итергә тура килде. Пациенттың башына ағас төшөп, уның баш һөйәге ярылған ине. Йәки ҡан баҫымын төшөрөү өсөн тәғәйенләнгән дарыуҙы ашап, аңын юғалтҡанын алайыҡ. Бындай осраҡтарҙа барыһы ла икенсе планға күсә, ярҙамды ваҡытында күрһәтеп, кеше ғүмерен ҡотҡарып ҡалыу тураһында уйлайһың, - Миңлегөл Ғилман ҡыҙының һөйләгәнен ғәжәпләнеп тыңлайым.
Тыуған яҡтар һәр кемде үҙенә тарта. Миңлегөл Ғилман ҡыҙының ғаиләһе лә тормош иптәше Рәмил Абдурахман улының тыуған төйәге Стәрлебаш районына тартыла. Уның да әсәһенең яҙмышы Тәтер-Арыҫлан балалар йортонда эшләү менән бәйле. Балалар йорто ябылғандан һуң тыуған ауылын ҡалдырып, Үзбәкстанға сығып китергә тура килә. Унда ул оҙаҡ ҡына ваҡыт балалар йортонда ашнаҡсы булып эшләй. Тыуған ауылына әйләнеп ҡайтырға насип булмай...
Уның ҡарауы, 2008 йылда улының ғаиләһе әсәйҙәренең тыуған ауылы Тәтер-Арыҫланға ҡайта. Бәләкәй генә өй һатып алалар, ундағы тормошҡа эйәләшә башлайҙар. Ә 2009 йылда бында яңы амбулатория асыла һәм мәҡәлә геройыбыҙ шунда эш башлай. Башта педиатр булып, ә бер нисә айҙан уны мөдир итеп тәғәйенләйҙәр:
- Бындай шарттарҙа, етмәһә бына тигән коллектив менән эшләү үҙе бер ҡәнәғәтлек. Барыһы ла тәжрибәле хеҙмәткәрҙәр, уларҙың һөнәри оҫталығы һәм түҙемлелеге етәксе булараҡ минең өсөн баһалап бөткөһөҙ, - тигән йылы һүҙҙәр менән билдәләй ул үҙенең коллегаларын.
Уның эш өҫтәле янында шкафта бәләкәй генә пациенттар өсөн уйынсыҡтар тора. Ҡайһы ваҡыт улар педиатрға ярҙамға килә. «Илаған, әле һөйләшә лә белмәгән, ҡайһы ере ауыртҡанын әйтеп бирә алмаған бала менән нисек эшләйһегеҙ?» – тип ҡыҙыҡһындым мин.
- Бала ас, аҫты еүеш булһа йәки берәр ере ауыртҡанға илай. Иң башта тәүге билдәләрҙе ҡарарға, унан инде тейешлеһен эҙләргә кәрәк. Мотлаҡ рәүештә ҡурҡҡан ата-әсәне йыуатырға, - тип яуап бирҙе миңә ҙур стажлы табип-педиатр. Ул үҙе дүрт бала үҫтергән. Тирә-яҡтағы барлыҡ әсәйҙәр уның яҡлаусыһыҙ бәләкәй генә пациенттар тураһында хәстәрлеген юғары баһалай. Улар табипҡа кәңәш һорап теләһә ҡайһы ваҡытта мөрәжәғәт итә.
Амбулаторияға ҡараған кешеләр һаны 2,5 меңдән артып китә. Әңгәмәсемә май айында 68 йәш тулған. Миңлегөл Ғилман ҡыҙы, уйлап та тормайынса, тәүлектең теләһә ҡайһы ваҡытында саҡырыуҙарға бара, медицина учреждениеһына ойоштороу мәсьәләләре өсөн яуап бирә, тирә-яҡ ауылдарҙа йәшәүселәрҙең сәләмәтлек торошон һәм сирҙәрҙе иҫкәртеүҙе хәстәрләй. Үҙенең йәше һәм арығанлығы тураһында онотоп, ул аҡ халатта һәр ваҡыт һәм һәр кемгә ярҙамға килергә әҙер.
Рәйлә Тайғонова.
Фото ғаилә альбомынан алынды.
Читайте нас