Новости
26 Июнь 2020, 07:47

Беҙ республикала иң яҡшы поликлиникалар иҫәбендә

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы урындағы дауаханаларҙың эшенә анализ яһаны. Иң яҡшылар һәм иң насарҙар рейтингында 2020 йылдың беренсе кварталы өсөн мәғлүмәттәр иҫәпкә алынды.

Диагноздың дөрөҫлөгө, үлем осраҡтары, ашығыс ярҙамды саҡыртыу, ҡабул итеүгә яҙылыуҙың ҡулайлығы – Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы урындағы дауаханаларҙы бына шундай критерийҙар буйынса баһаланы.Барлыҡ медицина учреждениелары түбәндәге категорияларға бүленде: ололар поликлиникаһы, балалар поликлиникаһы, ҡатын-ҡыҙҙар консультациялары, дауаханалар, акушерлыҡ стационарҙары һәм беренсе ярҙам күрһәтеү станциялары. Рейтинг йомғаҡтары буйынса ололар өсөн иң яҡшы поликлиникалар араһында Стәрлебаш үҙәк район дауаханаһы ла бар. Коллективты фиҙаҡәр хеҙмәттәре лайыҡлы баһаланыуы уңайынан ихлас ҡотлайбыҙ!
Үҙ хәбәрсебеҙ.
Читайте нас