Йығылғанда ауыртыуҙарҙың көслө булыуы һәм көндәште нисек әйләндереп һалырға кәрәклеген ул беренсе тапҡыр өсөнсө класта уҡығанда аңлай. Спортҡа уны Рөстәм Хәсәнов алып килә:
- Грек-рим көрәшенә мин дуҫыма иптәш булып ҡына эйәреп барҙым. Рөстәм ағай минең беренсе тренерым, ул миңә көрәштең тәүге алымдарын күрһәткән кеше.
Артабан дзюдо буйынса секциялар һәм мәктәп «Кэс-баскет» баскетбол лигаһы уйындары була. Улар менән бергә көрәш ярыштары ла үтә:
- 9 класҡа тиклем мин Аллағыуат егеттәренән еңелеп килдем. Етеҙлек етмәгәндер инде, шулай ҙа көслөрәк булыу теләге менән яндым. Бер күнегеүҙе лә ҡалдырманым, беренсе сиратта, режимды үтәнем һәм сәләмәт йәшәү рәүеше алып барҙым. Дуҫтарым урамға саҡыра, ә минең өсөн йоҡлар ваҡыт, - тип көлә хәҙер Шамил (һүрәттә).
Ҡалаға күсенгәс тә ул үҙ принциптарынан тайпылмай. Бигерәк тә Стәрлетамаҡ физкультура техникумы студенты булғас. Артабан спорт залында шөғөлләнеү теләге Шамилды Стәрлетамаҡта самбо секцияһына алып килә:
- Миңа ул саҡта 16 йәш ине. Миңә ҡарап торҙолар ҙа, һуң инде тигән һығымта яһанылар. Әммә мин ныҡышмалы кеше, - тип дауам итте ул һөйләүен.
Бында ул «Батыр» көрәшселәр клубын ойоштороусы Руслан Йәнбирҙин менән таныша. Уның өсөн ул остаз ғына түгел, яҡшы дуҫ та. Шамил ҡатнаш ярыштарҙа һәм спорт көрәшендә ныҡышмалы күнекмәләр ала башлай. Үҙе таныуынса, студент йылдарында ул көнөнә бер тапҡыр, әммә яҡшы туҡлана.
Тиҙҙән ярыштарҙа ышаныслы рәүештә еңә башлай. Ҡайһы ваҡыт еңелеү әсеһен дә кисерергә тура килә. 19 йәшлек Шамил өсөн 2015 йыл уның спорт карьераһында ваҡиғаларға иң байы була.
Төркиәлә панкратион буйынса донъя беренселегендә ул чемпион була. Тағы ике аҙнанан Ульяновск өлкәһенең Дмитровград ҡалаһында көрәш самбоһы буйынса Бөтә Рәсәй турнирында Шамил призерҙар иҫәбендә була.
- Көндәшең менән осрашыуҙың ҡайһыһы бигерәк тә иҫеңдә ҡалды?
- Ҡатнаш ярыштар буйынса Рәсәй беренселегендә Руслан Шамилов менән осраштыҡ. Бик лайыҡлы һәм көслө көндәш, әммә алыш минең файҙаға тамамланды.
Минең алдымда йылмайып торған мөләйем егет ултыра. Келәмдә уның етеҙ арыҫланға әүерелеүенә ышанғы килмәй. Әммә ул уҫаллыҡ менән түгел, ә һалҡын ҡанлылыҡ һәм аҡыл менән алдыра. Һөнәри дәрәжәлә үҙе кеүек үк көрәшсе менән һәр осрашыу уның холҡон нығыта ғына. Көрәш алдынан тулҡынланыуын еңеү өсөн мотлаҡ рәүештә доғаһын уҡый. Барлыҡ еңеүҙәрен дөрөҫ юл һайларға ярҙам иткән ата-әсәһе Фаил Ҡасим улына һәм Тамара Миңлехан ҡыҙына бағышлай. Тормошонда йәнә ике яратҡан кешеһе барлыҡҡа килгән – тормош иптәше Ләйсән һәм бәләкәй ҡыҙы Ләйлә.
Кистәрен йүгергәндә уға үҙе кеүек сәләмәт йәшәү рәүешен беренсе урынға ҡуйыусылар ҡушыла. Бөгөнгө көндә Шамил малай һәм ҡыҙҙарҙы спортҡа үҙе саҡыра. Чемпион улар өсөн «Стәрле» спорт-һауыҡтырыу комплексының балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә самбо секцияларының талапсан тренеры. Ярыштар ваҡытында Шамил, үҙе келәмгә сыҡҡандай, тәрбиәләнеүселәре өсөн тулҡынлана. Шулай ҙа уларҙы дәртләндереү өсөн дөрөҫ һүҙҙәрҙе таба белә. Ә инде көрәш аҙағында судья еңеүсенең ҡулын өҫкә күтәргәндә, Шамил бының бик ҡәҙерле мәл икәнен аңлай.