Ҡыҙылъяр ауылы матур ерҙә урынлашҡан. Бер яҡтан киң урман һыҙаты менән туғай йәйрәп ята. Еләкле урындар. Ҡайһы саҡ, бындағы ҡатын-ҡыҙҙар бер сәғәт эсендә ике биҙрә еләк йыйып алалар. Уларҙы өйҙәренә саҡ алып ҡайтып еткерәләр. Әле лә ауылда тыуып-үҫкәндәр ҡайтып, шулай уҡ мул уңыш йыйып ҡайтып китәләр. Шулай уҡ ҡурай еләге, ҡарағат һәм башҡа еләк-емеш бар. Ә бәшмәктәрҙең ниндәйе генә юҡ. Түбәндә Туҡмаҡтауҙа ике шишмә ҡушылып, йылға булып аға. Сәскәләр. Һандуғастар һайраша. Бер аҙ барғас урман һыҙаты башлана. Икенсе яҡтан ҡайын урманы. Матур болондар.
1921 йылда ошо ауылдан һигеҙ километр алыҫлыҡта урынлашҡан Түбәнге Ибрай ауылында ҙур янғын була. Ундан ашыу өй яна. Уттан зыян күреүселәр ҡайҙа күсеп китергә тип уйлана башлай. Уларҙың бер өлөшө бына ошо урынды үҙ итә. Ғәйәт ҙур ауырлыҡтар менән дүрт өй һалалар. Уйлайҙар-уйлайҙар ҙа, тәүге булып күсенеп килеүсе Латип, Шакир, Хисмәт үҙҙәренең утарына Ҡылылъяр тип исем бирәләр. Ваҡыт үтеү менән ул киңәйә һәм бер нисә тиҫтә йылдан өйҙәрҙең һаны биш тиҫтәнән артып китә.
Гөлнәфис бында 1925 йылда тыуа. Шулай итеп, ул нигеҙле рәүештә үҙен ауылының тиҫтере тип иҫәпләй. Тормошта ул бик күпте күрә. Ауыр һуғыш йылдарында аслыҡ яфалай. Үлән менән тамаҡ туйҙыралар. Һәм бик ауыр эштәр башҡаралар. Аяҡтарында - сабата. Бер ваҡыт бригадир Фатима килә уның эргәһенә.
- Иртәгә төнгөлөккә һиңә фонарь менән баҫыуға сығырға тура килер.
- Ҡаршы килеп булмай ине. Шундай заман бит.
Төнөн фонарь менән трактор алдынан юл күрһәтеп барырға кәрәк була.
Унан башҡа ла ауыр эштәр бихисап була. Ә кистәрен фронтҡа ебәреү өсөн ойоҡбаштар, бейәләйҙәр бәйләйҙәр.
Яҙғы юл өҙөклөгөндә иңдәрендә элеваторҙан колхозға орлоҡ һалынған ҡапсыҡтар ташыйҙар. Был эш өсөн аттар етешмәй.
Бер ваҡыт 1944 йылдың майында иртән күптән түгел генә фронттан яраланып ҡайтҡан бригадир Абдулла килеп инә.
- Ҡыҙылъяр менән Ибрай ауылынан бер төркөм ҡыҙҙарға, шул иҫәптән Гөлнәфискә ике көндән Белорет районына урман әҙерләргә барырға тура киләсәк, - тип хәбәр итә ул.
- Бында бер ни ҙә эшләп булмай, шулай ҡушылған бит, - тип бойоҡ ҡына өҫтәй бригадир.
- Әлбиттә, - ти күңелһеҙ генә атаһы Латип Зарипов.
Тәғәйенләнгән урынға ҙур ауырлыҡтар аша барып етәләр. Урманда йәй буйына эшләйҙәр. Бәләкәй ҡасабала барактарҙа йәшәйҙәр. Һуңынан ҡышҡылыҡҡа ла ҡалдыралар. Тубыҡҡа тиклем ҡарға батып эшләйҙәр. Ҡыҙҙар ағас ботаҡтарын ҡырҡып, уны яндыра. Ҡарағай ағастарҙы ҡырҡалар - уларҙы йылға буйлап ағыҙырға әҙерләйҙәр.
Усаҡтар дөрләп яна. Бер ваҡыт Гөлнәфистең киптерергә тип элеп ҡуйған фуфайкаһы яна. Ә запас фуфайка, әлбиттә, юҡ. Нимә эшләргә? Ҡайғырып торған ҡыҙ эргәһенә оло йәштәге бригадир Николай килә.
- Бына минекен ал, - ти ул. - Мин берәй төрлө юлын табырмын. Бик һаҡ бул инде.
Көн һайын ауыр эш. Бик ныҡ арыйҙар. Урындағы бригадир ҡатын Нәсимә ҡыҙҙарҙы бик йәлләй, уға үҙенә лә күп һынауҙар төшә.
- Түҙегеҙ инде, ҡәҙерлеләрем, - тип тынысландыра ул. - Хәҙер бөтә ерҙә лә ҡыйын бит.
Март айында уларҙың береһе ныҡ һалҡын тейеп, түшәккә ята. Илай.
- Ауылымды күрә алырмынмы икән?
Уны дауалайҙар һәм йәнә урманға ебәрәләр. Тыуған яҡтарын ныҡ һағыналар. Йәйен вахта - командировка срогы тамамлана.
- Һеҙ нисәү? - тип һорай участка начальнигы Гөлнәфистән.
- Бишәү.
- Ярай. Стәрлетамаҡҡа осраҡлы машиналарҙа барып етерһегеҙ. Ә һуңынан үҙегеҙ ҡарарһығыҙ...
Стәрлетамаҡтан өйгә тиклем йәйәүләп ҡайтырға тура килә. Ә был йөҙ километр. Улар араһында иң үткере Минекәй уларҙы дәртләндерергә тырыша:
- Танауығыҙҙы төшөрмәгеҙ. Юлда берәй ауылда ҡунырбыҙ әле. Келәттә булһа ла төндө сығырбыҙ.
Ҡайтҡас, йәнә колхозда эш көндәре башлана. Фронтовиктар ҙа ҡайта башлай. Мулланур Латипов, Ғимран Ноғоманов, Зәйнулла Төхвәтуллин, Ғалимназар, Рәфҡәт, Сәхиулла Вәлиуллиндар.
Бер ваҡыт Зариповтарға күршеләре йүгереп килеп инә.
- Урам осонда иңенә ҡапсыҡ элгән бер һалдат килә. Һеҙҙең Ғабсабир түгелме икән?
Латип менән Зөләйхә ҡапҡа тышына йүгереп сыға һәм бер минуттан улдарын ҡосаҡлап алалар.
- Стәрлебаштан Шәмсетдин Ғәлиәкбәров менән бергәләп ҡайттыҡ, - тип һөйләй кисен Ғабсабир. - Бер ротала һуғыштыҡ. Ныҡ дуҫлаштыҡ. Бер айҙан беҙгә ҡунаҡҡа килергә вәғәҙә итте.
- Килһен, әлбиттә, шат ҡына булырбыҙ, - тип яуап бирә атаһы. - Ә үҙең ҡайҙа эшләргә уйлайһың?
- Колхоздан башҡа ҡайҙа барайым, - тип мәсьәләне асыҡлай Ғабсабир.
Ә Гөлнәфис 1946 йылда күрше Кесе Буҙат ауылынан Ильясҡа оҡшап ҡала.
Ул 1939 йылда армияға алына. Совет-фин һуғышында, шул иҫәптән нығытылған Маннергейм һыҙығын өҙгәндә лә ҡатнаша. Демобилизацияланып өлгөрмәй - Бөйөк Ватан һуғышы башлана. Уның Ильясы танкист булып һуғышты үтә. Сталинград һуғышында, Курск дуғаһында була. Ошонда Ҡыҙыл Йондоҙ орденын ала. Артабан - Белоруссияла, Польшалағы алыштар. Германияға тиклем барып етә. Ике тапҡыр яралана, өҫтәүенә, мөғжизә менән генә иҫән ҡала.
Ильяс техникаға тартыла. Шуға күрә, ҡайтҡас, Тәтер-Арыҫлан МТСына эшкә урынлашырға бара. Тракторсы булырға теләй. Әммә директор, уның менән әңгәмәләшкәс:
- Бына һин ғәййәр танкист. Эйҙә, механик булырһың. Ҡыҙылъярға ебәрәбеҙ.
- Булдырырмын микән?
- Һин дә булдырмағас, - тип йылмая директор.
Бына шулай Ильяс колхозға ошо вазифаға килә. Гөлнәфис тә ошо һомғол буйлы, көләс егетте оҡшата. Шулай итеп, йәштәр ауыл Советына барып никахтарын теркәп, ул ваҡытҡа хас ябай ғына туй яһайҙар.
Хужалыҡтарҙы К.Маркс исемендәге эреләтелгән бер колхозға берләштергәс, Ильяс техника буйынса бригадир ярҙамсыһы була. Ә Гөлнәфис төрлө эштә йөрөй - ҡайҙа ҡушалар инде.
Бер нисә йыл уларҙың үҙҙәренең торлағы булмай. Әммә бер ваҡыт Ильяс:
- Әйҙә өй һалайыҡ, - ти.
- Бик дөрөҫ уй, - тип килешә ҡатыны.
Ауыл уртаһында матур йорт ҡалҡып сыға.
Әммә өс йылдан Ильяс Сәғит улының сәләмәтлеге бер аҙ ҡаҡшай.
- Хәҙер миңә тәбиғәт ҡосағында ауыл көтөүсеһе генә булып йөрөргә инде, - тип шаярта ул.
- Ә нимә, ул да эш инде, - тип йылмаялар туғандары.
Шулай итеп, ул ошо эшкә яллана ла, уны һуңынан тиҫтә йылдан ашыу намыҫлы башҡара. 1972 йылда 55 йәшендә гүр эйәһе була ул.
Ә инәй 1 июлдә 95 йәшлек юбилейын билдәләргә йыйына. Уның бөтә ғүмере ошонда үтә. Йәш сағында ғәйәт ҙур һынауҙар аша үтергә тура килә. Әммә бына бит ул шул быуындың көсө - һынмаған-һығылмаған. Уны «1941-11945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында намыҫлы хеҙмәте өсөн» миҙалы менән дә бүләкләйҙәр. Ул әле шәп кенә, һәйбәт кенә күрә һәм ишетә, телевизор ҡарай.
Ҡайһы саҡ ауылдары тарҡала башлағанға бер аҙ ҡайғырып та ала. Кем әйтмешләй, тирә-яҡтың матурлығы менән генә тамаҡ туйҙырып булмай. Медпункт, магазин юҡ. Әммә иң ҙур мәсьәлә - был ауылда газ үткәрелмәгән. Өс километр алыҫлыҡта урынлашҡан күрше, шулай уҡ ҙур булмаған Кесе Буҙат ауылында газ бар, ә бында юҡ...Шуға күрә көҙҙән яҙға тиклем өйҙәрҙе мейескә яғып йылытырға тура килә.
Бер нисә йыл элек Рәфҡәт һеңлеһе Әнисәгә:
- Әйҙә, һеҙ әсәй менән бергәләп йәшәгеҙ, - ти.
- Мин үҙем дә шулай уйлай инем, - тип яуап бирә ул ағаһына. - Шулай эшләрбеҙ ҙә.
Әнисә (хаҡлы ялда) Стәрлебашҡа Себерҙән ҡайтҡан. Бында уларҙың әсәһенең үҙ фатиры бар, уны ул Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусының тол ҡатыны булараҡ ала. Әнисәнең ире бәхетһеҙлек осрағы арҡаһында күптән вафат булған. Балалары ситтә.
Гөлнәфис инәй күсенә, әммә үҙенең мөһим үтенесен дә белдерә:
- Йәйгелеккә мине ауылға алып барырһығыҙ.
- Әлбиттә, - тип яуап бирә Рәфҡәт.
Һәм бына йыл һайын шулай.
Ауылда уға рәхәт. Йорт алдында, урамға сығып йөрөй. Ҡапҡа эргәһендәге эскәмйәлә ултыра. Йәнәшәлә үтеп барған ауылдаштары ихтирам менән иҫәнләшәләр, һаулығы тураһында һорашалар. Әнисә баҡсала эшләй. Бында картуф, ҡыяр, томат, борос һәм башҡа йәшелсә. Ҡыҙының баҡсала эшләүенән Гөлнәфис инәй ҙә ҡәнәғәт.
Ә өй эсендә һәр ерҙә тәртип. Стенаға - балаларының матур фотоһүрәттәре элеп ҡуйылған. Улар алтау. Һәр береһенә ул күңел йылыһын өләшә. Бөтәһе лә лайыҡлы шәхес булып үҫеүҙәренә шат һәм ғорурлана. Улдары бер-бер артлы армияла хеҙмәт итеп ҡайталар. Өлкән улдары Рәшит Венгрияла була. Хеҙмәт итеп ҡайтҡас ауылда ҡалырға ҡарар итә. Колхозда бригадир, агроном булып эшләй. Һуңынан Өфөгә күсенә. Хәҙер Һупайлы биҫтәһендә йәшәй. Рәфҡәт шул саҡтағы Германия Демократик республикаһында Советтар Союзы ғәскәрҙәре составында хеҙмәт итә. Хеҙмәттән ҡайтҡан һомғол буйлы егеткә һоҡланып туйып булмай. Район үҙәгендә автомашина водителе (шул иҫәптән крансы), механик булып эшләй. Үҙенең хеҙмәт коллективтарында бик абруйлы була. Изгелекле булыуы менән башҡаларҙан айырыла. Ауыл Советы депутаты итеп һайлана. Һәйбәт ғаилә башлығы. Артабан бик ҡыҙыҡлы факт. Уның ҡустыһы Рафаэль да Германияла хеҙмәт итә. Хәҙер Стәрлетамаҡта йәшәй. Туғандарының хәлен белешеп тора. Гөлнәфис Латип ҡыҙы һәм уның балалары бәләкәйҙәре - Рәмил өсөн ҡайғыралар. Ул Афғанстанға эләгә. Баҫмаларҙа асыҡ һөйләмәһәләр ҙә, һикһәненсе йылдарҙа унда нимәләр булғанын барыһы ла белә. Яҙмыш Рәмилде һаҡлап ҡала. Ике йылдан иҫән-һау өйөнә әйләнеп ҡайта. Әнисә менән Фәнүзә (хаҡлы ялдалар) эштәрендә яҡшы, ихлас күңелле белгестәр була. Шундай балалар менән нисек ғорурланмайһың инде.
Шишмәлә булған көндән бер аҙна үткәс Рәфҡәт йәнә ауылға юллана. Телефондан һөйләшеү - бер, ә күҙмә-күҙ күреп, осрашыу - бөтөнләй башҡа. Әсәһенең шәп кенә йөрөгәненә ҡарап, һөйөнөп ҡуя.
Юбилейында, әлбиттә, балалары ла, ейән-ейәнсәрҙәре лә уның ихлас ҡотлар, тулҡынландырғыс, матур теләктәр белдерер. Әсә кешенең йөрәге өсөн ошонан да ҡәҙерлерәк нимә булыуы мөмкинме?