Новости
25 Июнь 2020, 13:12

Зәлифә – Көньяҡ Африкала!

Заман башҡа - заң башҡа. Хәҙер тап стереотиптар емерелгән ваҡытта ғүмер итәбеҙ. Алтын-көмөш яуған ерҙән тыуған-үҫкән ил артыҡ, тиһәләр ҙә, бөгөн ҡайһы берәүҙәрҙең, бигерәк тә йәштәрҙең сит илгә тартылыуы иғтибарҙы йәлеп итә.

Зәлифә Барлыбаеваның Көньяҡ Африкала ғүмер итеүе шуға асыҡ миҫал. Башҡорт ҡыҙының ситтә юғалып ҡалмауы, киреһенсә, юғары урында эшләүе ғорурлыҡ! “Бер ваҡыт яҙмышымды үҙгәртеү өсөн Дубай ҡалаһына йәшәргә киттем һәм, үҙем дә аңларға өлгөрмәҫтән, Көньяҡ Африкаға барып сыҡтым”, – тип яҙған “Бәйләнештә”ге сәхифәһендә ул.
Зәлифә Иршат ҡыҙы тыумышы менән Баймаҡ районының Йомаш ауылынан. Ул Сибай ҡалаһындағы Сәнғәт училищеһының театр бүлеген тамамлаған. Башҡортостан юлдаш телеканалында сынығыу алған, Башҡортостан мәҙәниәт министрлығының Республика халыҡ ижады үҙәгендә эшләгән. Көньяҡ Африка Республикаһының Претория ҡалаһында йәшәй.
Яҡташыбыҙ тормош иптәше менән йыл һайын Башҡортостанға ҡайтыуҙы үҙҙәренә маҡсат иткән. Бер нисә йыл элек уларҙы “Асы” шифаханаһында ял иткәндә осраттым.
– Тормош шул тиклем матур, иң мөһиме, тел өйрәнһәң, донъя – һинеке, – тине инглиз телен һыу шикелле эскән Зәлифә. – Илдәр гиҙеүҙе бер нимә менән дә алмаштырыу мөмкин түгел. Был яҡтың халҡына башҡорттар тураһында күберәк һөйләргә тырышам, ә улар шул хәтлем беҙҙең менән ныҡ ҡыҙыҡһына. Милли аш-һыуҙарыбыҙҙы йыш бешереп ашатам, оҡшаталар.
Фото: “Бәйләнештә”ге сәхифәнән.
Автор: Илдар Акьюлов.
Читайте нас