Өс-дүрт ҡыяр, өс-дүрт помидор, бер йәш ҡабаҡ, өс тырнаҡ һарымһаҡ, бер бәйләм әнис, бер ҡалаҡ тоҙ алабыҙ.
Башта йәшелсәләрҙе һәйбәтләп йыуабыҙ. Шунан ҡабаҡтың тышын әрсейбеҙ. Уны, шулай уҡ ҡыярҙы оҙонса формала киҫәбеҙ. Помидорҙы ике-дүрт өлөшкә бүләбеҙ. Һарымһаҡты нәҙек кенә итеп теләбеҙ. Әнисте ваҡлайбыҙ.
Барыһын да пакетҡа тултырабыҙ. Әнис, һарымһаҡ, тоҙ өҫтәп, төнгөлөккә һыуытҡысҡа ҡуябыҙ.