Бөгөн, һайлау участкалары асылыр алдынан, дезинфекция сараларын ҡулланып, бөтә участкаларҙа ла генераль йыйыштырыу үткәрелде. Кеше күп булған урындарға һәм улар ҡағылған ишек тотҡаларына, өҫтәлдәргә айырыуса ҙур иғтибар бүленде.
"Баш ҡаланың Дим биҫтәһендә 33 һайлау участкаһы эшләйәсәк. Барыһына ла дезинфекция саралары килтерелде. Һайлау комиссиялары ағзалары ла, тауыш биреүселәр ҙә битлек һәм башҡа шәхси һаҡланыу әйберҙәре менән тәьмин ителәсәк", – тине Дим биҫтәһенең территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Айрат Сөләймәнов.
Участкаларҙы дезинфекциялау буйынса эш көн һайын алып барыласаҡ. Бының өсөн һайлау комиссияһы ағзаларының ултырған урынын, тауыш биреү кабиналарын, технологик ҡорамалдарҙы зарарһыҙландырыуға тәнәфес ҡаралған. Өҫтәүенә һайлау участкаларына ингән урында контактһыҙ термометр менән һәр кемдең тән температураһы үлсәнәсәк, граждандарға бер тапҡыр файҙаланыла торған битлек, бирсәткәләр, ручка биреләсәк.
Фотолар Өфө ҡалаһы хакимиәте сайтынан.