Новости
25 Июнь 2020, 12:45

Автомобиль йылғаға осҡан

Кисә Өфөнөң Шаҡша биҫтәһендә Wolkswagen автомобиле ярҙан йылғаға осоп төшкән. Был хаҡта Граждандарҙы һаҡлау идаралығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иткәндәр.

Был хәл сәғәт киске туғыҙынсы яртылар тирәһендә Яр буйы урамында була. Аҙаҡ асыҡланыуынса, Ҡариҙел йылғаһына осҡан автомобилдең эсендә ике кеше ултырған. Бәхеткә күрә, улар икеһе лә машина эсенән иҫән-һау сыҡҡан. Әлеге мәлдә был ваҡиғаның сәбәптәре асыҡлана.
Фото Өфө ҡалаһының Граждандарҙы һаҡлау идаралығынан.
Автор: Миләүшә Сайтакова
Читайте нас