Республика етәксеһе әйтеүенсә, республика сәнәғәте һуңғы биш йыллыҡты айырыуса ҙур үҫеш тиҙлеге менән тамамланған. “Газпром нефтехим Салауат”, “Башнефть”, “НефАЗ”, “Башмедь”, “ОЗНА”, “Башҡортостан сода компанияһы», “Искож” кеүек предприятиелар яҡшы һөҙөмтәләр күрһәткән. Ауыл хужалығы комплексы етештергән продукция күләме 170 миллиард һум тәшкил иткән, экспорт 1,5 тапҡырға артҡан.
– Инвестицияларҙың күләме 14 процентҡа тиерлек артыуы - системалы эш һөҙөмтәһе. Стратегик тәҡдимдәр агентлығының Милли инвестиция мөхите рейтингында республика 23-сө урындан 16-сы баҫҡысҡа күтәрелде. Беҙ ҡануниәтте камиллаштырабыҙ, яңы ярҙам итеү механизмдарын әҙерләйбеҙ. Һалым ташламалары бирәбеҙ, алда барған үҫеш биләмәләрен һәм индустрия парктарын үҫтерәбеҙ. Инвестиция һәм эшҡыуарлыҡ "сәғәттәрен” үткәреүҙе ғәмәлгә индерҙек. “Алға” махсус иҡтисади зонаһын булдырыуҙы республика өсөн ҡаҙаныш тип иҫәпләйем, – тине Радий Фәрит улы.