Новости
25 Июнь 2020, 13:18

Адвокат ҡатынына атҡан...

21 июндә Өфөлә "Ашығыс ярҙам" хеҙмәте бригадаһы 67 йәшлек ҡатынға ярҙамға килә. Уны 21-се дауаханаға һалалар, уң ҡулы атыуҙан яраланғанлығын, шулай уҡ һынғанын билдәләйҙәр.

Баҡтиһәң, ҡатынға пистолеттан Адвокаттар коллегияһында ағза булып торған 67 йәшлек хәләл ефете атҡан. Был хаҡта UfacityNews.ru порталы үҙенең сығанаҡтарына нигеҙләнеп хәбәр итә.

Хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре ҡатынына атҡан адвокатты полиция участкаһына алып киткән. Шулай уҡ ирҙең шыр иҫерек булыуы асыҡланған. Был шаңҡытҡыс хәл буйынса тикшереү эше бара.
Фото интернеттың асыҡ сығанаҡтарынан.
Автор: Миләүшә Сайтакова.
Читайте нас