Новости
22 Июня 2020, 11:21

"Ҡыҙыл зона"ла һайлау нисек ойошторолор?

25 июндән 1 июлгә тиклем ил халҡы Конституцияға үҙгәрештәр индереү буйынса тауыш бирәсәк. Башҡортостан был мөһим сәйәси сараға ныҡлы әҙерлек алып бара.

Улар тураһында бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмә ваҡытында республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Илона Макаренко һөйләне. Ул белдереүенсә, республиканың барлыҡ участка комиссиялары санитар талаптарҙы үтәп, һайлауҙы үткәреүгә әҙер. Бөтә территориаль һайлау комиссиялары ла һаҡланыу саралары менән тәьмин ителгән, улар участка комиссияһы ағзалары өсөн дә, һайлауслар өсөн дә тәғәйенләнгән.
230 участка һайлау комиссияһында КОИБ-тар эшләйәсәк, ә бөтә участкаларҙа ла һөҙөмтә протоколы QR-код технологияһы аша иҫәпләнәсәк. Комиссияларға 3 миллион 47 мең бюллетень тапшырылған, уларҙың 13 проценты башҡорт телендә, 7 проценты татар телендә. Һайлау һөҙөмтәләре 3 июлдән дә һуңға ҡалмай билдәле буласаҡ.
“Мобиль һайлаусы” системаһы буйынса һайлауға ғаризалар ҡабул итеү тамамланған. Ул гражданинға йәшәгән урынына ҡарамай, теләһә ниндәй участкала һайлау мөмкинлеге бирә.
Башҡортостан Башлығы 65 йәштән өлкән кешеләргә иғтибарлы булырға ҡушты. Шулай уҡ инфекция дауаханаларының “ҡыҙыл зона”ларында һайлау нисек ойоштороласаҡ тип тә ҡыҙыҡһынды.
– Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы “ҡыҙыл зона”ларға бармаҫҡа кәңәш итте. Тик әгәр сирлеләрҙең һайлау теләге бар икән, унда инеү хоҡуғы булған комиссия ағзалары уларға бюллетендәр индерәсәк һәм дезинфекциянан һуң улар иҫәпләнәсәк, – тине Илона Макаренко.
Радий Фәрит улы барлыҡ санитар нормаларҙы үтәргә ҡушты.
– Беҙҙең кешеләрҙең әүҙемлеген белә тороп, 1 июлдә участкала кешеләрҙең күп булыуы көтөлә. Был көндө бик иғтибарлы итеп эшләргә кәрәк. Кешеләр өсөн хәүеф булмаһын, – тине ул.
Фото: Олег Яровиков.
Автор: Альфия Мингалиева.
Читайте нас