Новости
22 Июнь 2020, 11:16

Малайҙарҙың башына кем еткән?

Шулай итеп, малайҙар табылды. Илья менән Слава Мазовтар һигеҙ ай самаһы һыу аҫтында ятҡан булып сыҡты. Балаларын кейемдәре буйынса әсәләре таныны. Ә аталары әле һаман юҡ. Уның иҫәнме-юҡмы икәнлеге лә билдәле түгел.

Бар республика халҡы балаларҙы үлтереүҙә аталарын Артем Мазовты ғәйепләй башланы. Рәсми яуапты, әлбиттә, тәфтишселәр һәм суд-медицина экспертизаһы һөҙөмтәләре генә бирәсәк.
Төрлө баҫмалар был ҡурҡыныс хәлдәргә үҙ фараздарын төҙөй. Мәҫәлән, “Уфа1” порталының хоҡуҡ һаҡлау органдарындағы үҙ сығанағы фекеренсә, Артем Мазов улдарының ҡулдарын бәйләгән һәм уларҙы тере килеш һыуға тыҡҡан. Бер нисә тапҡыр батырып алғас, үлергә ҡалдырған.
“Плохие новости” паблигы икенсе төрлө версия килтерә. Имеш, Артем балаларын быуып үлтергән һәм аҙаҡ һыуға ташлаған. Арттарынан үҙе лә боҙло һыуға һикергән.
Өсөнсө фараз да бар. Имеш, өлкән Мазов балаларын ауыр әйбергә ҡуша бәйләгән һәм һыуға ташлаған. Ошо сәбәпле мәйеттәр һыу төбөндә ятҡан һәм бау сереп өҙөлгәс кенә өҫкә сыҡҡан. Малайҙарҙың кәүҙәһен бер көндә тиерлек табыуҙы ла ошо факт менән аңлатырға була.
Нисек кенә булмаһын, әлегә рәсми мәғлүмәттәр юҡ. Тәфтиш комитеты енәйәт эшен тикшереүҙе дауам итә. Атай кешене тапмай тороп, бер нәмә лә әйтеп булмайҙыр.
Күптәр, Мазов балалары артынан үҙе лә һыуға һикергәндер, тип фекер йөрөтә. Икенселәр, малайҙарының башына етеп, ҡырҙа йәшенеп яталыр, ти. Көтәйек, барыһы ла асыҡланыр.
Фото: "Бәйләнештә".
Автор: Альфия Мингалиева.
Читайте нас