Новости
22 Июнь 2020, 11:27

Хәтерҙән юйылмаҫ был көн

1941 йылдың 22 июне таңында фашистик Германия ғәскәрҙәре иҫкәртеүһеҙ Советтар Союзына баҫып инә.

Дүрт йылға һуҙылған яуҙа рәсми мәғлүмәттәр буйынса 27 миллион кешенең ғүмере өҙөлә, йөҙҙәрсә мең ауыл һәм ҡала ер менән тигеҙләнә. Башҡортостан ил азатлығы өсөн көрәшкә 700 меңгә яҡын ул һәм ҡыҙҙарын оҙата. Уларҙың һәр икенсеһе тыуған яҡтарына кире әйләнеп ҡайтмай. Күрһәткән батырлыҡтары өсөн республиканың 278 яугире Советтәр Союзы Геройы, ә 35 кеше Дан орденының тулы кавалеры исемдәренә лайыҡ була.
Республика халҡы бөгөн Бөйөк Ватан һуғышы ҡаһармандарының, тыл ветерандарының батырлығын хөрмәтләп иҫкә ала. Александр Матросов һәм Еңеү парктарындағы һәйкәлдәргә сәскәләр һалына. 22 июнь - Рәсәй халҡы өсөн Хәтер һәм ҡайғы көнө. Был хәтерҙән юйылмаҫ көн беҙҙең барыбыҙҙы ла берләштерергә тейеш. Бөйөк Ватан һуғышы тарихын үҙгәртеп яҙырға маташыусылар ҡан менән яҙылған үткән ысынбарлыҡты юя ла, бысрата ла алмай, сөнки халыҡ хәтере ныҡ
Әмир Абдразаҡов исемендәге “Башҡортостан “ киностудияһының Бөйөк Ватан һуғышына арналған фильмдарын YouTube каналында ҡарап, дәһшәтле һуғыш ваҡиғаларын күҙ алдына баҫтыра алаһығыҙ. Мәҫәлән, режиссер Руслан Юлтаевтың “Кластан тыш дәрес”,”Өс хат” фильмдарын, Әмир Тойғоновтың “Еңеү сапҡынсылары”, Вилүрә Иҫәндәүләтованың “Һуғыш беҙҙе балалар тип иҫәпләмәне” һәм башҡа күп кенә фильмдарҙы ҡарарға мөмкин.
Республиканың мәҙәниәт министрлығы белдереүенсә, 22 июндә Башҡортостан Хәтер һәм ҡайғы көнө уңайынан үткәрелгән “Бөйөк илдең бөйөк киноһы” акцияһында ҡатнаша. Был көндө баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтар өсөн “Мир” сауҙа һәм күңел асыу үҙәге парковкаһының өсөнсө ҡатында автокинотеатр эшләй. Күсмә залда Сергей Бондарчуктың “Кеше яҙмышы” тигән нәфис фильмын, “Ябай төп һүҙҙәр” тигән документаль фильмды күрһәтеү ойошторола. Сеанстар киске сәғәт унынсы яртыла башлана.
Фото:Башҡортостан мәҙәниәт министрлығы.
Автор: Дина Арсланова.
Читайте нас