Новости
22 Июнь 2020, 11:24

Бер кем дә онотолмаған...

Республикабыҙҙың тарихи-мәҙәни үҙәктәре илдә иғлан ителгән Хәтер һәм ҡайғы көнөндә төрлө саралар үткәреүгә ҡушылды. Ҡатмарлы эпидемия шарттарында ла халҡыбыҙ тарихыбыҙҙағы ауыр һынауҙар килтергән көнгә битараф була алмай.

Республикабыҙҙағы немец халҡын туплаған тарихи-мәҙәни үҙәк социаль селтәрҙә “Хәтер шәме” онлайн-акцияһына ҡушылды. Татар халҡының тарихи-мәҙәни үҙәге Бүздәк районының Өстүбә ауылында Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугирҙәргә обелиск асыуҙа ҡатнашыуҙы планлаштыра. Сәскәләр һалыу, тыл ветерандарына иҫтәлекле бүләктәр тапшырыу саралары үткәреләсәк. Илебеҙҙең бөтә милләттәрен берләштергән был көн бер ҡасан да хәтерҙән юйылырлыҡ түгел. Халҡыбыҙ үҙ геройҙарын онотмаясаҡ.
Фото:inforos.ru
Автор: Дина Арсланова.
Читайте нас