Стэрлебаш шишмэлере
+24 °С
Ямғыр
Новости
19 Июнь 2020, 08:34
Дин әһелдәре үҙ фекерен белдерҙе
Башҡортостандағы төп дини конфессиялар вәкилдәре Рәсәй Федерацияһы Конституцияһына төҙөтмәләр индереүгә ҡағылышлы фекерен белдерҙе.
1 июлдә ил Конституцияһына төҙәтмәләр буйынса дөйөм Рәсәй тауыш биреүе уҙғарыла. Тәҡдим ителгән үҙгәрештәр иҫәбендә 67-се статьяға ла өҫтәмәләр бар. Унда “Мең йыллыҡ тарихnы берләштергән Рәсәй Федерацияһы, беҙгә идеалдарҙы һәм иманды тапшырған атай-олатайҙарҙың иҫтәлеген һаҡлап, [...] тарихи барлыҡҡа килгән дәүләт берҙәмлеген таный”, тип билдәләнә.
Республикалағы дин башлыҡтары ошо төҙәтмәгә үҙҙәренең мөнәсәбәтен белдерҙе.
Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты мөфтөйө Айнур Бирғәлин әйтеүенсә, күп милләтле республика булараҡ, Башҡортостан өсөн был төҙәтмә мөһим әһәмиәткә эйә.
– Рәсәй һәр саҡ күп конфессиялы булды. Бөгөн ошо күсәгилешлелек һаҡланып ҡала. Был бик ҡыуаныслы. Ул ыңғай үҙгәрештәр килтерер һәм милләт-ара мөнәсәбәттәрҙе нығытыр, тигән фекерҙәмен, – тине ул.
Фото: 123ru.net
Автор: Лилия Давлетбакова.
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Din--eld-re--fekeren-belder-e-327898/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"