Новости
19 Июня 2020, 08:44

Быйыл ҡабул итеү кампанияһы нисек ойошторола?

Бөгөн онлайн-алымда 2020/21 уҡыу йылына ҡабул итеү кампанияһын ойоштороу мәсьәләләренә арналған брифинг үтте.

Уның барышында Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары Алина Сөләймәнова, республиканың Ректорҙар советы рәйесе, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры Салауат Сәғитов, Урта һөнәри уҡыу йорттары директорҙары советы рәйесе, Өфө статистика, информатика һәм иҫәпләү техникаһы колледжы директоры Сәйфетдин Ҡунысбаев быйылғы ҡабул итеү кампанияһының үҙенсәлектәре тураһында һөйләне.
Баш ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Алина Сөләймәнова быйыл Өфө мәктәптәрен 15 меңдән ашыу туғыҙынсы һәм ун беренсе класс уҡыусыһы тамамлағаны хаҡында әйтеп үтте. Туғыҙынсыларҙың 51 проценты уҡыуын артабан мәктәптә дауам итергә, ә 49 проценты урта һөнәри уҡыу йорттарына юлланырға йыйына. 259 сығарылыш уҡыусыһы Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырыуҙан баш тартҡан. Улар араһында колледжға инергә теләгәндәр, сит ил уҡыу йорттарын һайлағандар, шулай уҡ сәләмәтлеге йәһәтенән һынау бирә алмағандар бар.
М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры Салауат Сәғитов быйыл юғары уҡыу йорттарына документтар тапшырыу, өҫтәмә имтихандарҙы ойоштороу үҙенсәлектәре, бюджет урындарына бәйле хәл-торош менән таныштырҙы.
Абитуриенттар документтарын дүрт төрлө алымда тапшыра ала. Тәүгеһе – уҡыу йорто сайтындағы махсус платформала шәхси кабинет асыу. Унда абитуриент хаҡында барлыҡ мәғлүмәттәр индерелә. Ә БДИ һөҙөмтәләре билдәле булыу менән автоматик рәүештә абитуриенттың шәхси кабинетында сағылыш табасаҡ. Башҡа йылдарҙағы кеүек медицина белешмәһе, аттестаттың төп нөсхәһе лә кәрәкмәйәсәк, улар һуңынан уҡыу йылы барышында тапшырыла. Шулай уҡ электрон-һанлы ҡултамға ла талап ителмәй. Абитуриенттар элеккесә биш юғары уҡыу йортонда өсәр йүнәлеш һайлай ала. Төп шарт – үҙең теләгән һөнәр буйынса уҡырға инергә ризалыҡ белдереп ғариза яҙыу. Ул тик бер йүнәлеш, йәғни аныҡ рәүештә уҡырға ингән белгеслек буйынса ғына яҙыла һәм уны ла онлайн-алымда бирергә мөмкин. Тап ошо ғариза нигеҙендә абитуриентты уҡырға ҡабул итеү тураһында бойороҡ сығарыла.
Документтар тапшырыуҙың икенсе алымы – почта аша. Был осраҡта абитуриент барлыҡ кәрәкле документтарын туплап, конвертҡа һалып, уҡыу йортоноң ҡабул итеү комиссияһына ебәрә һәм уның хаҡындағы мәғлүмәттәр дөйөм базаға индерелә.
Өсөнсө алым – дәүләт-муниципаль хеҙмәттәре аша. Әлегә был мөмкинлек һынау рәүешендә генә ғәмәлгә индерелә, беҙҙең республиканың юғары уҡыу йорттары араһынан быйыл уны Өфө дәүләт авиация техник университетында ҡулланып ҡараясаҡтар.
Дүртенсе алым – уҡыу йортона шәхсән килеп документтар тапшырыу. Әлегәсә быйылға ундай мөмкинлек булмаясаҡ, тип әйтелә килде, әммә Рәсәй Мәғариф министрлығының 15 июндәге бойороғо нигеҙендә был ғәмәлгә рөхсәт бирелде. Тик һәр төбәк, хәл-торошҡа ҡарап, үҙаллы ҡарар ҡабул итергә тейеш. Башҡортостанда был мәсьәләгә яҡын көндәрҙә асыҡлыҡ индереләсәк.
Юғары уҡыу йорттарына уҡырға ҡабул итеү кампанияһы 20 июндә старт ала һәм 18 авгусҡа тиклем дауам итәсәк. Өҫтәмә имтихандар – абитуриенттарҙы ижади, физик йәһәттән баһалау ойошторған уҡыу йорттары был эште 15 июлгә тиклем тамамларға тейеш һәм улар барыһы ла тик дистанцияла уҙғарыла. Өҫтәмә һынауҙар, уларҙы үткәреү тәртибе, ваҡыты тураһында барлыҡ мәғлүмәт уҡыу йорттарының сайтында урын ала.
Уҡырға ҡабул итеү тураһында тәүге бойороҡ (ташламаға эйә, маҡсатлы йүнәлтмә буйынса уҡырға инеүселәргә) 22 августа сығарыласаҡ. Төп “тулҡын”да ҡатнашҡандарға бойороҡ 24 августа иғлан ителәсәк. Ә инде 26 августа бюджет урындарына ҡабул итеү тулыһынса тамамлана. Артабан 1 сентябргә тиклем түләүле нигеҙҙә уҡырға инергә теләгәндәргә ҡағылышлы бойороҡтар донъя күрәсәк.
Быйыл республиканың юғары уҡыу йорттарына бюджет урындары 10-12 процентҡа арттырылып, 11200 урын тәшкил итә, шуның 9023-ө бакалавр, специалитет өсөн тәғәйенләнә. Бынан тыш, тағы ла коммерция нигеҙендә 18 мең самаһы урын булдырылған. Әйткәндәй, Башҡортостандың барлыҡ юғары уҡыу йорттары ла быйыл түләүле нигеҙҙә белем биреү хаҡтарын арттырмаған.
Урта һөнәри уҡыу йорттарына ҡабул итеү 15 июндә башланған һәм 25 авгусҡа тиклем дауам итәсәк. Документтар тапшырыу алымдары юғары уҡыу йорттарыныҡынан артыҡ айырылмай. Ҡабул итеү башлыса аттестаттың уртаса баһаһы нигеҙендә бойомға ашырыла. Ижади, физик әҙерлекте тикшереүгә ҡоролған өҫтәмә һынауҙар 15 авгусҡа тиклем үткәрелә.
Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар сығарылыш класс уҡыусыларына, атай-әсәйҙәргә, уҡытыусыларға уңыштар, һынауҙарҙы лайыҡлы йырып сығып, маҡсаттарына өлгәшеүҙәрен теләне.
Фото: sreda24.ru
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова.
Читайте нас