Стэрлебаш шишмэлере
+22 °С
Ямғыр
Новости
19 Июнь 2020, 08:42
Ах, был мөхәббәт...
Һәр ҡатын-ҡыҙҙың бәхетле булғыһы, һөйөп-һөйөлөп йәшәгеһе килә. Шуға күрә уларҙы алдау ҙа еңелерәктер... Өфөлә ошондай яңғыҙ ҡатын-ҡыҙҙы алдап, аҡсаларын урлаған "никах аферисы"н тотҡандар.
Республика прокуратураһы мәғлүмәттәре буйынса, Благовещен ҡалаһында йәшәгән 36 йәшлек ир интернетта ҡатын-ҡыҙ менән танышҡан. Шунда уҡ уларҙың социаль статусын, матди хәлен асыҡлаған. Аҙаҡ ышаныстарына ингән, “өйләнәм” тип вәғәҙәләр биргән. Меҫкен гүзәл зат уның ҡармағына ҡабыу менән аҡса биреү тороуҙы һорай башлаған. Әйткәндәй, ул үҙе өйләнгән һәм бер түгел, дүрт балаһы бар икән.
Ҡыҫҡаһы, өс ҡатын уға ышанған. Улар был иргә аҡсаларын биргән һәм дөйөм суммаһы 1,3 миллион һумлыҡ кредит алған. Табышты ҡулға төшөрөү менән “кейәү” юҡҡа сыҡҡан һәм башҡаса бәйләнешкә инмәгән. Ирһеҙ ҙә, аҡсаһыҙ ҙа ҡалған ҡатындар полицияға ғариза яҙған.
Артабан был ирҙең үҙе менеджер булып эшләгән “Самсон Башкирия” компанияһынан өс миллион һумлыҡ ҡиммәтле әйберҙәр урлағаны асыҡланған.
Енәйәт эшен тикшереү һәм суд барышында альфонс үҙен ғәйепле тип танымаған. Тик, нисек кенә булмаһын, уның ғәйебе иҫбатланған, суд уғрыны алты йылға иркенән мәхрүм иткән, ул дөйөм режимдағы колонияла ултырасаҡ.
Фото:
svcomercio.info
Автор: Альфия Мингалиева.
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Ah-bil-m-h-bb-t-326870/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"