Новости
18 Июнь 2020, 11:34

Йәнә сабый ғүмере...

Һуңғы көндәрҙә яңы тыуғандан алып йәш ярымға тиклемге сабыйҙарҙың үлеме хаҡында мәғлүмәттәр йәш ата-әсәне генә түгел, күптәрҙе һиҫкәндергәндер. Алдан хәбәр итеүебеҙсә, аяныслы хәлдәр Хәйбулла, Мишкә, Белорет райондарында теркәлде.

Благовар ауылдарының береһендә лә алты айлыҡ сабыйҙың ғүмере өҙөлә. Ул, ни өсөндөр, ата-әсәһенең 43 йәшлек туғанында була. Был ваҡытта сабыйҙың ата-әсәһе ҡайҙа булған, бәпес ни өсөн йән биргән - әле барыһы ла тикшерелә.
Ошондай уҡ күңелһеҙ хәл кисә Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы күп ҡатлы йорттарҙың береһендә теркәлә. Иртә менән ата-әсә сәңгелдәктәге сабыйҙарының тын алмауын һиҙеп ҡала. Баланың тәнендә бер ниндәй ҙә эҙҙәр табылмай. Ул былтыр декабрь аҙағында донъяға килгән. Үлем сәбәбен асыҡлау маҡсатында сабыйҙың мәйетен суд-медицина экспертизаһына ебәргәндәр.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: аҙна башында республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин сабыйҙарҙың үлеме, был хәлгә иғтибарҙы арттырыу йәһәтенән саралар тураһында сығыш яһаны.
Фото: zen.yandex.ru
Автор: Карима Усманова.
Читайте нас