Новости
18 Июнь 2020, 11:39

Указға тағы ниндәй үҙгәрештәр индерелде?

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров коронавирус инфекцияһы таралыу хәүефе арҡаһында иғлан ителгән юғары әҙерлек режимы тураһындағы указға сираттағы үҙгәрештәр индерҙе.

Документтың яңы редакцияһына ярашлы, кешеләр үҙҙәре йәшәгән урындан башҡа ерҙәрҙә, пляждарҙан тыш, битлек, ә сауҙа, финанс ойошмалары һәм күп функциялы үҙәктәрҙә бирсәткә кейергә тейеш.
22 июндән санитария-эпидемиологик талаптарҙы үтәп фитнес-үҙәктәр асыла, уларҙың эсендә урынлашҡан сауналарҙан тыш, ә 29 июндән – спорт залдары, спорт секциялары, аквапарктар, бассейндар һәм башҡа физик культура һәм спорт объекттары эш башлай.
15 июндән махсус ҡулайлаштырылған пляждар эш башланы.
29 июндән шифаханалар, профилакторийҙар, пансионаттар, ял йорттары һәм башҡа ҡунаҡхана хеҙмәттәре күрһәткән ойошмалар асыла.
1 июлдән штатта медицина персоналы булған һәм балаларҙы дауалау менән шөғөлләнгән балалар шифаханалары, профилакторийҙар һәм шифахана-һауыҡтырыу лагерҙары (әҙерлек 24 июндән башлана), ә 3 июлдән балалар һауыҡтырыу һәм мәктәп яны лагерҙары, балаларҙың хеҙмәт һәм ял лагерҙары эш башлаясаҡ (әҙерлек 26 июндән башлана).
"Роспотребнадзор" менән килешелгән регламентты үтәп, Премьер-лига клубы командалары араһында футбол буйынса Рәсәй чемпионаты үткәреү яңыртыласаҡ.
Республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығына төбәк "Роспотребнадзор" идаралығы менән берлектә һаулығы яғынан мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәр өсөн реабилитация үҙәктәре эшен яңыртыу мәсьәләһен ҡарарға ҡушыла.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.
Автор: Альфия Мингалиева.
Читайте нас