Ярты килограмм балыҡ ите, 100 грамм һуған, бер йомортҡа, 70 грамм икмәк алабыҙ.
Соус өсөн: 200 грамм ҡаймаҡ, 10 грамм он, 20 грамм аҡ май, 150 миллилитр һыу, тоҙ, борос.
Тәүҙә ит үткәргес аша балыҡты, итте, һуғанды үткәрәбеҙ. Шунан йомортҡа, тоҙ, борос өҫтәп баҫабыҙ ҙа 15 минутҡа һыуытҡысҡа ҡуябыҙ.
Артабан аҡ майҙы табала иретеп, ондо ҡыҙҙырабыҙ. Һәйбәтләп болғап торабыҙ, төйөндәр булырға тейеш түгел. Шунан ҡайнаған һыу өҫтәйбеҙ. Ҡаймаҡ, тоҙ, борос, һалып, тағы ла бер-ике минут ҡайнатабыҙ.
Шунан форманы майлап, тефтелиҙарҙы теҙәбеҙ, ҡаймаҡ соусы өҫтәйбеҙ. Мейесте 180 градусҡа тиклем йылытып, 20 минут тирәһе бешерәбеҙ.