Новости
17 Июнь 2020, 07:01

“Салауат Юлаев” операһын ҡараныҡ

Салауат Юлаев көндәре быйыл, онлайн алымда булыуына ҡарамаҫтан, киң ҡолас менән билдәләнде. Һүҙебеҙ сираттағы саралар хаҡында.

Башҡортостандың Милли симфоник оркестры батырыбыҙ Салауат Юлаевтың тыуыуына 266 йыл тулыу айҡанлы беҙгә үҙенсәлекле бүләк эшләне – бөгөн YouTube каналында тура бәйләнештә “Салауат Юлаев” операһына увертюра башҡарҙы. Ижади коллективҡа Дмиртрий Крюков дирижерлыҡ итте.
“Салауат Юлаев” операһы ла шулай уҡ тамашасыларға онлайн рәүештә тәҡдим ителде. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының YouTube каналында күрһәтелгән опера бынан 66 йыл элек күренекле башҡорт композиторы Заһир Исмәғилев тарафынан шағир Баязит Бикбай либреттоһына ижад ителә. Ул дүрт хәрәкәттән, ете күренештән тора. Операның сюжет нигеҙендә милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың 1773-1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышында башҡорт ерҙәре өсөн көрәшеүе, Емельян Пугачевҡа ҡушылыуы һүрәтләнә.
Фото: видеоларҙан скриншот
Автор: Айгөл Ғәбитова.
Читайте нас