Новости
17 Июнь 2020, 06:59

Салауат Юлаев – Башҡортостандың милли ғорурлығы

Салауат Юлаевтың тыуған көнө, илдәге коронавирус пандемияһына бәйле, икенсе форматта билдәләнде. Әммә уны республикала юғары кимәлдә уҙғарыу буйынса барлыҡ саралар күрелде. Башҡорт халҡының милли геройы тураһында онлайн-презентациялар, күргәҙмәләр, семинарҙар ойошторолдо.

Иглин районының Балтика ауылындағы Белорус тарихи-мәҙәни үҙәге “Салауат Юлаев – Башҡортостандың милли ғорурлығы” тип аталған онлайн-видеокүҙәтеү әҙерләне. Унда халыҡ батырының бала сағынан алып барлыҡ биографияһы сағылыш ала.
Фото: сриншот.
Автор: Рәмилә Мусина.
Читайте нас