Новости
17 Июнь 2020, 07:00

Салауат - Башҡортостан ғорурлығы

Бүздәк районындағы Татар тарихи-мәҙәни үҙәге республикабыҙҙың милли батыры Салауат Юлаевтың тыуған көнө айҡанлы "Салауат - Башҡортостандың милли ғорурлығы" тип аталған онлайн-күргәҙмә әҙерләгән.

Унда Салауаттың барлыҡ тормош юлы, яу юлы, кисергән ғазаптары сағылдырылған. Күргәҙмә фотоһүрәттәрҙән һәм уларға аңлатмаларҙан тора. Салауаттың ғәскәрендә төрлө милләт вәкилдәре лә һуғышҡан, ул һәр яугиргә тиң ҡараған, кешеләрҙе талауға юл ҡуймаған. Шуғалыр ҙа уның турыһында төрлө милләт вәкилдәре тик яҡшы һүҙҙәр генә әйткән.
Фото: скриншот.
Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас