Новости
17 Июнь 2020, 07:02

Һәр кемде һоҡландыра Салауат!

Салауат Юлаев – халҡыбыҙҙың милли геройы. Башҡорт мәҙәниәтендә уның образы айырым бер ҙур, мөһим урынды биләй. Бөгөн уның тыуған көнө айҡанлы төрлө саралар үтә. Шул иҫәптән Салауат Юлаевҡа монументаль һәйкәл ҡуйылыу тураһында видеоклип күрһәтелде.

Һәммәбеҙгә мәғлүм булыуынса, милли геройыбыҙҙың, 1773-1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы полководецы, шағир-импровизатор һәйкәле – ул Өфөбөҙҙөң визит карточкаһы. Ул хатта Башҡортостан Республикаһының Гербында һынландырылған.
Хәҙерге көндә был – Рәсәйҙәге иң ҙур атлы статуяларҙың береһе. Билдәле скульптор, монументалист һәм рәссам Сосланбәк Тавасиев – халҡыбыҙ батыры һәйкәленең авторы. Суйындан ҡойолған һәм 40 тонналыҡ һәйкәл өс терәктән генә тороуы менән үҙенсәлекле. Уның бейеклеге – 9,8 метр. Был һәйкәл Өфөлә 1967 йылдың 17 ноябрендә асылған.
Башҡортостанда Салауат Юлаевҡа тәүге һәйкәл 1952 йылдың Тамара Нечаева проекты буйынса эшләнгән. Ул Салауат районының Малаяҙ ауылында ҡуйылған.
Эстонияның Палдиски ҡалаһында ла башҡорт халҡының милли батыры Салауат Юлаевҡа һәйкәл бар. Ул да Тамара Нечаева проекты буйынса эшләнгән. Уның архитекторы – Андрис Мянд. Салауат һәм Сибай ҡалаларында ла милли геройыбыҙҙың бюсы бар. Тәүгеһе скульптор Андрей Семченко проекты буйынса эшләнгән, архитекторы – Юрий Бриллиантов. Ә Сибайҙағы Салауатты скульптор Хәйҙәр Ғарипов һынландырған.
Өфөләге Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай бинаһы алдындағы Салауат Юлаевтың скульптураһы Хәниф Хәбибрахмановтың проекты буйынса атҡарылған.
Фото: jaaj.club
Автор: Айһылыу Низамова.
Читайте нас