Халыҡ хәтерендә ныҡлы урын алған әҫәрҙәр
Фольклористика фәне, билдәле булыуынса, өс йүнәлеште берләштерә: беренсенән, халыҡ ижады әҫәрҙәрен яҙып алыу, икенсенән, уларҙы системаға һалып, баҫтырып сығарыу, өсөнсөнән, ғилми йәһәттән өйрәнеү. Шуға ярашлы, баҫылып сыҡҡан хеҙмәттәргә таянып, иң тәүҙә Салауат Юлай улы тураһында халыҡ ижады әҫәрҙәрен барлайыҡ.
Башҡорт фольклорының тарихи проза, йыр жанрҙарында батырҙың исеме тотороҡло урын алған, ә ҡобайырҙар, бәйеттәр әллә ни таралыу тапмаған. Батша хөкүмәтенең Салауат тураһында йырлау түгел, исемен телгә алыуҙы ла тыйыуҙарын иҫәпкә алһаҡ, ундай әҫәрҙәрҙең булып та беҙҙең көндәргә килеп етмәүен фаразларға була.
Хеҙмәттәрҙән күренеүенсә, башҡорт фольклорының тарихи прозаһы халыҡтың данлы улы Салауат тураһында иң күп мәғлүмәт һаҡлаған өлкә булып күҙ алдына баҫа. Рус телендә сыҡҡан томға ингән етмеш ике легенда менән риүәйәттә Салауат Юлай улының тыуғандан алып, үҙе үлгәс тә уға бәйле булған ваҡиғалар тураһында бәйән ителеүен күрергә мөмкин. Бигерәк тә уның яу юлын, ғаилә хәлдәрен, шәхси әйберҙәрен, холҡон тасуирлаған әҫәрҙәр ҙур ғына урын ала.
Билдәле фольклорсы Фәнүзә Нәҙершинаның томға ингән ғилми аңлатмаларына ҡарағанда, иң беренсе риүәйәт 1910 – 1920 йылдарҙа М. Буранғолов тарафынан хәҙерге Баймаҡ районында яҙып алынған. Артабан 1928 йылда башҡорт фольклористикаһында билдәле шәхес Г. Вилдановтың – хәҙерге Бөрө районында, 1938 йылда яҙыусы Баязит Бикбайҙың – Салауат районында, 1940 – 1941 йылдарҙа Х. Хамматовтың – Салауат, Ә. Усмановтың – Ҡыйғы, Сәләх Кулибайҙың Мәсетле райондарында Салауат Юлай улы тураһында легенда, риүәйәт яҙып алыуҙары билдәле.
Иң уңышлы осор тип 1971 – 1977 йылдарҙы билдәләргә була. Ғалимдар Б.Г. Әхмәтшин, Ф. А. Нәҙершина, В.В. Сидоровтар һүҙ барған жанрға Салауат районында бихисап әҫәр яҙып алып ҡайта. Утыҙлап әҫәрҙең яртыһын фольклорсы-ғалим Б.Ғ. Әхмәтшин яҙып алған. Салауат Юлай улы тураһында легенда, риүәйәттәр, нигеҙҙә, батырҙың тыуған төбәгендә һаҡланған һәм һигеҙ тиҫтәгә яҡын әҫәрҙең яртыһының шунда яҙып алыныуы тәбиғи.
Салауат Юлай улы тураһында легенда, риүәйәттәрҙең баҫтырып сығарыу тарихына килһәк, түбәндәге картина күҙ алдына баҫа. Башҡорт халыҡ ижадының библиографик күрһәткесенә ярашлы, тәүге легенда 1852 йылда уҡ “Әй мәмерйәһе” исеме аҫтында, ә 1882 йылда ошо легенданың варианты М. В. Лоссиевский тарафынан “Волжско-Камское слово” тигән баҫмала рус телендә донъя күрә.
Артабан Сәйфулла Сәлимов тигән кеше 1929 йылда “Башҡорт аймағы”нда беренсе мәртәбә башҡорт телендә Салауат тураһында легенда баҫтыра. 1935 йылда А.Н. Лозанова, 1945 йылда Ә. Усманов йәнә рус телендә батырыбыҙ тураһында легендаларҙы уҡыусыларына тәҡдим итә.
Күләмлерәк йыйынтыҡтар 1969 – 1987 йылдарҙа фольклорсы ғалимдарыбыҙҙың тырышлығы менән донъя күрә. Уларҙа Салауат Юлай улы тураһында әҫәрҙәр ҙур ғына урын ала. Мәҫәлән, Ф.А. Нәҙершина рус телендә әҙерләгән томда Салауат тураһында 72 әҫәр бирә, Б.Ғ. Әхмәтшин 1974 йылда сыҡҡан йыйынтыҡта беҙҙе ҡыҙыҡһындырған темаға 36 текст тәҡдим итә.
Тимәк, батша хөкүмәтенең тыйыуҙары ғына халыҡ хәтерендә ныҡлы урын алған хәтирәләрҙе юя, юҡҡа сығара алмаған, милли геройыбыҙ тураһында башҡорт фольклористикаһында һигеҙ тиҫтәгә яҡын тарихи проза әҫәре баҫылып сығыуы әйтелгәнде раҫлай.
Салауат Юлай улы тураһындағы риүәйәт, легендаларҙы ғилми яҡтан өйрәнеү, нигеҙҙә, XX быуаттың икенсе яртыһында ғалимдар Б. Ғ. Әхмәтшин менән Ф.А. Нәҙершинаның хеҙмәттәрендә урын алған. Б. Әхмәтшин мәҡәләһендә үҙе яҙып алған риүәйәттәрҙе тасуирлай. Ф. Нәҙершина монографияһында 1773 – 1775 йылдарҙа Крәҫтиәндәр һуғышы ваҡиғаларын сағылдырған риүәйәттәрҙең күбеһе Салауат Юлай улы исеме менән бәйләнгәнлеген, уларҙың тәрән социаль йөкмәткеле, демократик йүнәлешле булыуын, халыҡтар дуҫлығы һәм берҙәмлеге темаһын сағылдырыуын һәм риүәйәттәрҙең, һис шикһеҙ, тарихи ваҡиғалар нигеҙендә барлыҡҡа килеүен, әммә уларҙа уйҙырма күренештәрҙең дә барлығын билдәләй.
Салауат тураһында халыҡ йырҙары, һан яғынан әллә ни күп булмаһа ла, халыҡ күңеленең иң түренән урын алып, йәшәүен дауам итә. Ундай йырҙарҙың тәүге яҙмаларының береһе XIX быуаттың 60-сы йылдарына ҡарай һәм Р.Г. Игнатьевтың исеме менән бәйле. 1894 йылда С. Рыбаковтың Орск өйәҙенең Ташбулат һәм Темәс ауылдарында Мәғәфүр Ҡараҡаевтан һәм Бирғәли сәсәндән Салауат тураһында йырҙың ике вариантын, шул йылдарҙа Мансур Солтановтың да һүҙ барған темаға ике йыр тексы яҙып алыуы тураһында мәғлүмәттәр бар. Музыка белгесе Л.П. Атанованың күҙәтеүҙәре буйынса, XIX быуат аҙаҡтарында башҡорт музыка фольклористикаһында исеме яҡшы билдәле Ғайса Йәнекәев махсус музыка белеме булған дуҫы, ғалим-физик А.И. Оводов менән халыҡ араһынан Салауат тураһында ике йыр яҙып ала һәм XX быуаттың 30-сы йылдар башында композитор К. Рәхимов был йырҙарҙы Ғ. Йәнекәев башҡарыуынан яҙып ала.
Шул йылдарҙа композитор И.А. Козловтың яҙмалары араһында ла “Салауат” йыры булыуы мәғлүм. Артабан 1929 йылда И. А. Салтыковтың, 1935 йылда С. Ғәбәшиҙең, 1939 йылда Р. Ғәбитовтың, һуңыраҡ, 1952 йылда, А. Тихомировтың да Салауат тураһында йырҙар яҙып алыуын һәм, уларҙың мелодик уртаҡлығына һылтанып, Башҡортостанда киң таралған типовой көй булыуын билдәләй Л. П. Атанова.
Салауат тураһында йырҙарҙы шулай уҡ XX быуаттың 60-сы йылдар аҙағында С. Галин Учалы, Хәйбулла райондарында, 80-се йылдарҙа Фәнүзә Нәҙершина менән Риф Сөләймәнов Салауат районында һәм баҫылып сыҡҡан йырҙарҙың әлегә һуңғыһын Розалиә Солтангәрәева менән ошо юлдарҙың авторы 1986 йылда Учалы районында Ишкенә Батыршиндан яҙып алғайны. Салауат Галин йыр томының аңлатмаларында ҡайһы бер йырҙарҙың, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, паспорты булмауын әйтеп китә.
Беҙ, нигеҙҙә, баҫылып сыҡҡан текстар буйынса фекер йөрөттөк. Салауат Юлай улы тураһында йыр текстарының төрлө йылдарҙа, төрлө шәхестәр тарафынан яҙып алынып, архивтарҙа һаҡланыу ихтималлығын да инҡар итмәйбеҙ.
“Ер менән күк илар ине…”
Салауат тураһында халыҡ йырҙарының өйрәнелеү тарихына килгәндә, иң тәүҙә Н. Казанцевтың 1866 йылда Санкт-Петербургта сыҡҡан хеҙмәтендә Салауат батыр тураһында йырҙар барлығы хаҡында мәғлүмәт ҡалдырыуын билдәләп үтергә кәрәк. Музыка белгесе Л. П. Атанова башҡорт музыка фольклорын өйрәнеү тарихында беренсе булып ошо хаҡта яҙған һәм баҫым яһаған: Руф Игнатьев башҡорт халыҡ йырҙарының төп жанрҙарын билдәләгән һәм, тарихи йырҙар жанрын күҙаллағанда, Салауат Юлай улы тураһындағы йырҙарға таянған.
Ғалимә шунда уҡ тикшеренеүсенең ҡайһы бер фекерҙәренә айырым туҡтала. Беҙҙең ҡарамаҡҡа, бигерәк тә түбәндәге ике урын әһәмиәтле тойола. Беренсеһе, Руф Игнатьев билдәләүенсә, “Салауат тураһында йырҙың сюжеты төрлө урында түгел, хатта бер төбәктә лә төрлөсә йәшәй. Ул йырсы-импровизатор ихтыяры менән йә ҡыҫҡартыла, йә үҙгәртелә”, йәнә икенсеһе “Данлы батыр Салауат тураһындағы йыр – тыңлаған кеше өсөн дә, башҡарыусы өсөн дә иң моңһоу йыр. Моғайын, Салауаттың булдыҡлылығы тураһында берәйһе барыһын да һөйләй алһа, ер менән күк илар, йылғалар, урмандар ыңғырашыр ине. Кем булыуға ҡарамаҫтан, күҙ йәштәрең бар икән, ила, кеше”, – тип Игнатьев Салауат тураһындағы йырҙы халыҡ һүҙҙәре менән тасуирлай.
Артабан 1952 йылда ғына “Совет Башҡортостаны” гәзитендә Әхнәф Харисовтың Салауат тураһында халыҡ йырҙарын, ҡобайырҙарын анализлауға арналған мәҡәләһе донъя күрә.
Салауат тураһындағы йырҙарҙы XX быуаттың икенсе яртыһында үҙҙәренең хеҙмәттәрендә С. Галин, Г. Әхмәтова, М. Мәмбәтов, М. Иҙелбаев та урап үтмәй. Ә Салауат Галиндың күптән түгел генә донъя күргән китабының Салауат Юлай улы тураһындағы халыҡ йырҙарын өйрәнеүгә арналған бүлегендә шул йырҙарҙың идея-тематик йөкмәткеһенә, башҡорт тарихи йыр ижадында нәфрәт, көрәш шиғриәте булыуына, көслө оптимизм һәм еңеүгә ышаныс пафосы менән һуғарылыуына баҫым яһала.
Салауат тураһындағы йырҙарҙы баҫтырыу тарихына килгәндә, Л.П. Атанова үҙенең китабында был турала ҡайһы бер мәғлүмәттәр ҡалдырған. Мәҫәлән, Салауат тураһында халыҡ йырының Кудряшов тарафынан тәржемә ителеп, Свиньин менән Измайлов сығарған журналда 1820 йылда уҡ баҫылыуын, 1875 йылда Руф Игнатьевтың Салауат тураһындағы йырҙарҙың ирекле тәржемәһен, 1880 йылда Ф. Д. Нефедовтың, 1894 йылда йәнә Р. Игнатьевтың, 1895 йылда С.Г. Рыбаковтың, 1916 йылда М.Солтановтың, 1926 йылда “Огни Востока” журналында, 1929 йылда Сәйфулла Сәлимовтың, 1936 йылда М. Билалов менән К. Дмитриевтың “Советский фольклор” журналында, 1945 йылда Ә. Усманов, 1947 йылда А. Глоба төҙөгән йыйынтыҡта, 1948 йылда В. Филов тәржемәһендә, 50-се йылдарҙа “Әҙәби Башҡортостан”да, “Совет Башҡортостаны”нда әленән-әле Салауат Юлай улы тураһында йырҙар баҫылып тора. “Башҡорт халыҡ ижады” серияһының башҡорт телендә – 1955 йылда, рус телендә – 1995 йылда, йәнә башҡорт, рус телдәрендә 2001 йылда музыка белгесе, фольклорсы Риф Сөләймәновтың “Башҡорт халыҡ музыка сәнғәте” китабында Салауат тураһында йырҙар күпләп баҫылып сыҡты, һуңғы китапта һүҙ барған темаға арналған йырҙарҙың, көйҙәрҙең бүтән сығанаҡтарҙа ла баҫылыуы билдәләнә. Шулай уҡ танылған фольклорсы Фәнүзә Нәҙершинаның китаптарында ла Салауат тураһында йырҙар урын алған.
Уның хаҡында әллә күпме бәйет ижад ителгәндер
Ошо урында халҡыбыҙҙың батыры тураһындағы башҡа жанрҙарға, йәғни ҡобайыр, бәйеттәргә лә ҡыҫҡаса ғына туҡталып үтеү фарыз булыр. Үрҙә әйтелгәнсә, улар бармаҡ менән генә һанарлыҡ.
Башҡорт халыҡ ижадының эпостар репертуарында, ике ҡобайыр тексы билдәле: “Юлай менән Салауат” (М.Буранғолов Ғәбит сәсәндән яҙып алған) һәм “Салауат батыр” (паспорты билдәһеҙ). Тәүгеһе – 1943 йылда М.Буранғоловтың “Батырҙар тураһында эпос” йыйынтығында, ә икенсеһе 1954 йылда “Башҡорт халыҡ ижады” серияһының беренсе томында баҫыла.
Аҙаҡ был ике әҫәр күп тапҡыр төрлө йыйынтыҡтарҙа, шул иҫәптән ун һигеҙ томлыҡ йыйылманың өсөнсө эпос китабында, донъя күрә һәм шунда, инеш мәҡәләлә, Н.Т. Зарипов һүҙ барған ике әҫәр тураһында үҙенең ғилми күҙәтеүҙәре менән уртаҡлаша.
Халҡыбыҙҙың бәйет жанрына ҡараған әҫәрҙәрен туплаған тәүге һәм иң тулы баҫма – “Башҡорт халыҡ ижады” серияһына ингән “Бәйеттәр” томында Салауат Юлай улы тураһында өс бәйет урын алған. “Салауат йырауы”, “Салауат Юлай” тигән бәйеттәрҙең паспорты юҡ, әммә тәүге текстың XVIII быуат аҙағында уҡ күсереп алынғанлығы һәм беренсе мәртәбә 1967 йылда “Казан утлары” журналының бишенсе һанында баҫылып сығыуы иғтибарға лайыҡ.
“Онотмабыҙ, Салауат” бәйете Яңауыл районында яҙып алынған, тик ҡасан, кем яҙып алғаны билдәһеҙ, йәғни паспорты тулы түгел. Һүҙ барған томдың аңлатмаларында шулай уҡ, варианттар тип, Салауат тураһындағы тағы ике бәйет күрһәтелгән. Уларҙың береһе – 1946 йылда Ҡыйғы районында, икенсеһе 1964 йылда Миәкә районында яҙып алынған һәм, ғилми архивта һаҡлана, тиелгән.
Өҫтә һүҙ барған бәйеттәр тураһында томдың баш һүҙендә (авторҙары – Ғ.Б. Хөсәйенов менән М.М. Сәғитов) ентекле генә күҙәтеүҙәр бар. Ғалимдар Салауат Юлай улына арналған бәйеттәрҙә “героик эпос традицияларының үҙенсә дауамын” күрә һәм уларҙа, ‘‘героик эпостарҙағыса, героизм һәм оптимизм лейтмотив булып үтә” тип билдәләй.
Әйтелгәндәрҙән һәм текстарҙан сығып, бәйет томында донъя күргән әҫәрҙәрҙең, ысынлап та, жанр-ара күренешкә дусар булыуын (ҡобайыр, тарихи йыр, бәйет формалары аралаша) әйтергә кәрәк. Һәр хәлдә, ғалимдарҙың “уларҙың нигеҙендә бәйеттәргә хас фажиғәлелек – 1773 – 1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышының аяуһыҙ баҫтырылыуы, яуҙа ҡатнашҡан халыҡтың эҙәрлекләнеүе, Салауат Юлаевтың һәм атаһы Юлайҙың ҡулға алынып, һөргөнгә ебәрелеүе менән тыуған ауыр ҡайғы ята. Улар, асылда, оптимистик рухлы бәйеттәрҙе лә оло һағыш менән һуғара” тигән һүҙҙәрендә дөрөҫлөк бар һәм, башҡорт фольклористикаһында улар бәйет жанры булараҡ билдәле икән, шулай ҡалһын тигән фекерҙәбеҙ, сөнки тормоштағы драматик, фажиғәле ваҡиғаларға бер ваҡытта ла битараф булмаған башҡорт халҡы, моғайын, Салауат тураһында әллә күпме бәйеттәр ижад иткәндер, тик улар беҙҙең көндәргә килеп етмәгәндер тигән фекер тыуа.
Шулай итеп, өҫтә әйтелгәндәр башҡорт фольклористикаһында легендар геройыбыҙ Салауат Юлай улы тураһында бай мираҫ булыуын раҫлай һәм был йүнәлештә эшкә нөктә ҡуйылмағанлығына ишаралай.