Нурия Усманова 1985 йылдан бирле фельдшер булып эшләй. 2010 йылда Башҡортостандың атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре тип билдәләнә, 2015 йылда Бөтә Рәсәй шәфҡәт туташтары Ассоциацияһы ойошторған конкурста Башҡортостан буйынса "Һөнәре буйынса иң яҡшыһы" тигән номинацияла 1 урын ала, Рәсәй буйынса тәүге унлыҡҡа инә. Ишкилде һәм Һәйетҡол хеҙмәтләндерә.
"Аллаға шөкөр, эшемде ныҡ яратам, кешеләремде яратам" - ти ул. Һеҙгә иң яҡшы теләктәр теләп ҡалабыҙ!