Новости
17 Июнь 2020, 06:58

30 ҡыҙҙың береһенә генә бәхет йылмаясаҡ

Өфө ҡалаһының өс офис хеҙмәткәре “Мисс офис” халыҡ-ара матурлыҡ бәйгеһенең ярымфиналына сыҡты. Яҡташтарыбыҙға уңыштар теләйбеҙ!

“Альфа-Ломбард” йәмғиәтенең 23 йәшлек менеджер-кассиры Эльвина Муллайәнова, “Нефтепромавтоматика” йәмғиәтенең 22 йәшлек инженеры Ольга Степанова, “Башвуд” йәмғиәтенең 22 йәшлек һатыу бүлеге начальнигы Алена Яковлева ярымфиналдағы йөҙ ҡыҙ араһында көс һынашасаҡ. Финалға бары 30 һылыу үтәсәк, тик береһе генә еңеүсе тип билдәләнәсәк.
”Мисс офис” конкурсы еңеүсеһе ике миллион һум күләмендә аҡсалата бүләк аласаҡ һәм бәйгенең генераль спонсоры “Комус” компанияһы рекламаһының йөҙө булыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ. Финалда шулай уҡ һылыуҡайҙарҙы төрлө приздар, бүләктәр, сюрприздар көтә.
Фото:Ufa1.ru порталы.
Автор: Дина Арсланова.
Читайте нас