Стэрлебаш шишмэлере
+22 °С
Ямғыр
Новости
15 Июнь 2020, 06:39
Япрағы – һиңә, тамыры – миңә
Әкиәттәге айыуҙай, шалҡан яратам. Тик йыл да һап-һары, тигеҙ генәһен үҫтереп алыуы ҡыйын.
Шалҡанды минән башҡа бихисап төрлө ҡоротҡостар ҙа үҙ итә. Һөҙөмтәлә уның тамырын тишкеләп бөтәләр, уңыштың сифаты юғала. Быйыл да был хәл ҡабатланмаһын өсөн, Рәсәй ауыл хужалығы үҙәгенең Башҡортостан буйынса бүлеге агрономы Айһылыу Камалетдиноваға кәңәш һорап мөрәжәғәт иттем.
"Ысынлап та, шалҡанды күпселек бөжәктәр үҙ итә, – тине белгес. – Тәү сиратта шалҡанды салат, дайкон, редис, кәбеҫтә үҫкән ергә ултыртырға ярамай. Был осраҡта үҫемлектәр мотлаҡ ауыраясаҡ, сөнки бөжәктәрҙең йомортҡалары ерҙә тороп ҡала һәм иртә яҙҙан шалҡанға "һөжүм итә" башлай. Йәшелсә араһындағы рәттәргә көл йә тәмәке онтағы һибегеҙ. Был ысулдар ярҙам итәсәк. Икенсе йылына шалҡанды ҡыяр, помидор, картуф, ҡуҙаҡлылар һәм ҡабаҡ үҫкән түтәлдәргә ултыртығыҙ".
Ҡоротҡостар шалҡандың япрағын тишкеләп бөтһә лә, тамырына теймәһен. Баҡсабыҙҙан мул уңыш алып ҡыуанырға яҙһын!
Фото:
golosros.ru
Автор: Лилия Нуретдинова.
https://bash.rbsmi.ru/articles/ba-sa/Yapra-i--i--tamiri--mi-318088/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"