Ун тарталеткаға иҫәпләгәндә, 100 грамм ирегән сыр, 100 грамм һөмбаш, бер йәшел ҡыяр, бер бәйләм әнис алабыҙ.
Балыҡты эрерәк, ә ҡыярҙы нәҙек кенә итеп киҫәбеҙ. Шунан әнисте ваҡлап турап, иретелгән сыр менән бергә бутайбыҙ.
Артабан тарталетканың төбөнә балыҡты һалабыҙ. Эргә-тирәһенә ҡыяр ҡыҫтырабыҙ ҙа сыр ҡатнашмаһы ҡушабыҙ.