Новости
15 Июня 2020, 07:00

Таҡмаҡтар бәйгеһе тамамланыуға 16 көн ҡалды

Башҡорт телен үҫтереү һәм һаҡлау фонды Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы менән берлектә иғлан иткән "Таҡмаҡ батл" конкурсы дауам итә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, конкурс “Бәйләнештә” социаль селтәрендә уҙғарыла. Унда төрлө йәштәгеләр ҡушыла, бөтә коллектив менән ҡатнашыусылар ҙа бар. Таҡмаҡтарҙы төрлө сығанаҡтарҙан алырға, уйлап яҙырға ла мөмкин. Төшөрөү идеяһы, сюжеты - авторҙар ҡарамағына. Йәш буйынса сикләүҙәр юҡ.
Эштәр 30 июнгә тиклем ҡабул ителә. Төп бүләк - «Яҡтыкүл» шифаханаһына ике кешелек юлланма!
Яңылыҡтарҙан.
Читайте нас