Янғын һүндереүселәр килгәндә, ағас йорт һәм уның эргәһендәге машина дөрләп янған була. Баҡса хужалары үҙ көсө менән утҡа ҡаршы көрәшеп ҡараған, әммә ялҡын телдәрен еңә алмаған. 61 йәшлек ир һәм 68 йәшлек ҡатын утта ныҡ бешкән. Ирҙе ашығыс рәүештә 18-се дауаханалағы бешеүҙе дауалау үҙәгенең реанимация бүлексәһенә оҙатҡандар.
Баҡса хужаларының әйтеүенсә, тәүҙә янғын йортта башланған, аҙаҡ машинаға күскән. Ут өйҙө ялмай башлағанда, улар йоҡлаған булған. Бәхеткә, ваҡытында тәҙрәнән сығып ҡотолғандар. Иртәнге сәғәт алтыла янғын һүндерелгән. Был эштә алты ҡотҡарыусы, ике берәмек техника ҡатнашҡан.
Баҡсасыларға бөтә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәү кәрәклеген иҫкә төшөрәбеҙ, йәй башлана ғына, ут менән һаҡ, уяу булығыҙ.
Фото: Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы.