Новости
11 Июнь 2020, 07:30

Ҡытай кешеһе ришүәтте ниңә тәҡдим иткән?

Быйыл июндең тәүге көндәрендә Ҡытай Халыҡ Республикаһы гражданы – “Галактика” йәмғиәтенең генераль директоры Федераль именлек хеҙмәтенең республикалағы идаралығы хеҙмәткәренә ике миллион һум күләмендә ришүәт тәҡдим итә.

Ул ошо рәүешле тартып алынған телефонын һәм фирмаһынан башҡа электрон мәғлүмәт туплағыстарҙы кире бирҙермәксе, коммерция эшмәкәрлегендәге закон боҙоуҙарына ҡарата тикшереүҙе туҡтатыуҙы хәл итмәксе була.
Федераль именлек хеҙмәткәре был хаҡта етәкселегенә хәбәр итә. Һөҙөмтәлә оператив-эҙәрлекләү сараһы үткәрелеп, фирма етәксеһе ришүәт биргән саҡта ҡулға алына.
49 йәшлек сит ил гражданы ҡылған енәйәттә ғәйебен таный. Федераль именлек хеҙмәтенең республикалағы идаралығы йыйған материалдар буйынса Өфө ҡалаһының Совет районы буйынса Тәфтиш бүлеге енәйәт эше ҡуҙғатты.
Фото: “Бәйләнештә” социаль селтәре.
Автор: Рәмилә Мусина.
Читайте нас