Новости
11 Июнь 2020, 08:28

Уларҙы һуғыш юлы һәм ижад берләштерә

Етмешенсе йылдарҙың беренсе яртыһында редакцияла ир-егеттәр составының күп өлөшө Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙан торҙо. Еңеү байрамына үҙҙәренең хәрби наградаларын тағып килгән ветерандар һуғышта булған ваҡиғаларҙы хәтергә төшөрөп, һөйләшеп ултыралар ине. Фронт юлдарын, йырҙа йырланғанса, бер ҡасан да онотоп булмай. Мөхәррир ҙә байрам хөрмәтенә уларға бер һүҙ өндәшмәй торғайны.

Әйҙәгеҙ әле фронтовиктарҙың стендын эшләйек тигән идея барлыҡҡа килде бер ваҡыт!
Шулай ҡарар иттек тә. Шул ваҡытта редакцияла эшләгән барлыҡ фронтовиктар тураһында мәғлүмәт йыйҙыҡ.
- Һәр фронтовик, әлбиттә, айырыуса һүҙҙәргә һәм киләсәк быуындың айырыуса хәтеренә лайыҡ, - тине мөхөррир Фәйзи Ғүмәров. - Беҙҙең бишебеҙгә лә ауыр һынауҙар үтергә тура килде. Әммә шулай ҙа Хәмит Хәйбулла улының фотоһүрәтен беренсе ҡуйығыҙ. Уның наградалары ла күп һәм ордены ла бар.
Мөхәррир үҙенең иптәштәре тураһында бик күп белә ине.
Байтаҡ йылдар редакцияла бухгалтер булып эшләгән Хәмит Хәйбулла улы Мәхмүтов, быны ишетеп, тыйнаҡ ҡына:
- Эш наградала ғына түгел. Иң ҙур шатлыҡ еңеүҙә, иҫән ҡалыуыбыҙҙа, - тип билдәләне.
Ҡыҙыл Армия сафтарына уны 1941 йылдың апрелендә саҡырталар. Харьков эргәһендә хәрби әҙерлек үтә. Һуғыш башланыу тураһында хәбәр иткәс, икенсе көнөнә үк уларҙы Гомель яғына ебәрәләр. Ҡот осҡос ауыр осор, дошман киң фронт менән һөжүм итә башлай. Мәхмүтов тамуҡ менән сағыштырырлыҡ алыштар аша үтә. Мәҫәлән, Смоленск һуғышында шулай була. Вязьма эргәһендә ҡурҡыныс ҡамауҙан да ҙур юғалтыуҙар менән сығалар.
1943 йылдың йәйендә Мәхмүтов Курск дуғаһында билдәле һуғышта ҡатнаша. Бында ҡаты яралана. Госпиталдән һуң - йәнә фронтҡа. Украинала алыштарҙа, ҡайһы бер сит илдәрҙе азат итеүҙә ҡатнаша. III дәрәжә Дан ордены, «Хәрби батырлыҡтары өсөн», «Венаны алған өсөн» миҙалдары, Юғары Баш командующийҙың ике Рәхмәт хаты менән бүләкләнә. 1946 йылдың июнендә демобилизациялана.
- Төп фекерҙе әйттең һин, Хәмит, - тип һүҙгә ҡушылды татар дубляжы буйынса мөхәррир урынбаҫары Зиннәт Әбделхаҡ улы Ғәлимов. - Беҙгә бәхет йылмайҙы - иҫән ҡалдыҡ. Мин үҙем бына мөғжизә менән генә иҫән ҡалдым. Ә бит беҙҙең күҙ алдыбыҙҙа йөҙҙәрсә, меңдәрсә һалдат һәләк булды.
Зиннәт Әбделхаҡ улы тормошта бик күпте күрә. Балалар йортонда тәрбиәләнә, заводта эшләй. 1941 йылда фронтҡа китә. Һуғыштың иң ҡыҙыу еренә эләгә. Украина. Немецтар илгә ингәндән инә. Сума, Полтава эргәһендә ҡот осҡос алыштар.
1941 йылдың ноябрендә Ғәлимовтың аяғы ҡаты яралана. Бер йылға яҡын госпиталдәрҙә дауалана. Яраланған аяғы һуғыш тураһында хәтер булып ҡала.
Беҙҙә уны редакцияның алтын ҡаурыйы тип йөрөтәләр ине. Журналистик оҫталығы ҙур булды. Уның очерктары, фельетондары һәм проблемалы мәҡәләләрен гәзит уҡыусылары бик ныҡ ярата ине. Һәм шул уҡ ваҡытта ул ябай булып ҡала белде. Маҡтаныуҙың әҫәре лә булманы.
1973 йылда Зиннәт Әбделхаҡ улы СССР Яҙыусылар Союзы ағзаһы булды.
- Айҙарәлелә беҙҙең ғаиләнән һуғышҡа, минән тыш, тағы минең өс ағайым китте, - тип һөйләне партия тормошо бүлеге мөдире Инсаф Маннап улы Шәйехов. - Икеһе ҡайтты, ә Әйүп (1920 йылғы) һәм Мансур (1925 йылғы) һуғышта һәләк булды.
Инсаф Маннап улы 1941 йылда Стәрлетамаҡта педагогия училищеһын тамамлай, 1953-1956 йылдарҙа Өфөлә Өлкә партия мәктәбендә уҡый.
Һуғышты ул башынан аҙағына тиклем үтә. Тәүҙә взвод сәйәси етәксеһе була. Һуңынан разведкала аэрофотоға төшөрөү менән шөғөлләнә, был иһә шулай уҡ ҙур хәүефкә бәйле эш. Топограф була. Хәрби операциялар төҙөгән ваҡытта аныҡ карталар төҙөү шулай уҡ мөһим әһәмиәткә эйә була. 1944 йылда ҡаты яралана. Шулай килеп сыға, госпиталдән һуң элемтәсе була. «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнә.
Һуғыштан һуң Инсаф Маннап улы бер нисә йыл Стәрлебаш һәм Бәләбәй район башҡарма комитеттарының мәҙәниәт бүлеге мөдире, КПСС район комитеты секретары булып эшләй. 1958 йылда журналист эшенә күсә. Ул сирләй, шуға ҡарамаҫтан, тырышлыҡ күрһәтеп, күп яҙа.
Ә бына гел йылмайып торған мөхәррир Фәйзи Муллағәли улы Ғүмәров. Беҙҙең фронтовиктар араһында ул иң йәше булды. Армияға уны 1943 йылдың көҙөндә 17 йәшендә саҡырталар. Уҡыуҙар үткәндән һуң Алыҫ Көнсығышҡа эләгә. 1945 йылдың авгусында өс аҙна тирәһе дауам иткән рус-япон һуғышында ҡатнаша. Срок ҙур түгел, әммә Ф.Ғүмәров хәтерләүенсә, алыштар бик ҡаты була. Ул элемтәсе булып, көслө ут аҫтында катушка һуҙып йөрөй. Ҡайһы саҡ рация менән алға барып, хәл-торош тураһында хәбәр итә. Бер саҡ пуля рацияға тейә. Бер нисә сантимер ғына һалдаттың ғүмерен ҡотҡара. Ул 1951 йылда ғына демобилизациялана. «Японияны еңгән өсөн» миҙалы менән бик ғорурлана.
Беҙ мөхәрриребеҙ тураһында нимә беләбеҙ? Ул үҙ эшенә ихлас ғашиҡ ине. СССР Яҙыусылар Союзы ағзаһы. Ленинград Юғары партия мәктәбендә журналистика бүлегендә эшләй. Уның Өфөлә билдәле карьера төҙөү мөмкинлеге лә була. «Һәнәк» журналында, «Кызыл таң» гәзитендә эшләй. Әммә Стәрлебашҡа ҡайтып, район гәзитен етәкләй, уны һуңынан республикала иң яҡшылар иҫәбенә сығара. Уның энтузиазмының сиге юҡ ине. Уға «БАССРҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» почетлы исемен биреү уның ҙур хеҙмәтен таныу була.
Редакцияның тәржемәсеһе Барый Абдулла улы Нуриманов - шул йылда бында эшләгән иң өлкән фронтовиктарҙың береһе. Утыҙынсы йылдар аҙағында һәм ҡырҡынсы йылдарҙың беренсе яртыһында ул Алыҫ Көнсығышта хеҙмәт итә. Японияға ҡаршы һуғышта ҡатнаша. Ул шулай уҡ үҙенең «Японияны еңгән өсөн» миҙалын ғорурлыҡ менән тағып йөрөй.
Барый Абдулла улы - районда мәҙәни-ағартыу эшен үҫтереүгә тос өлөш индергәндәрҙең береһе. Етәксе вазифаларҙы ла биләй, музыкаль йәһәттән һәләтле була.
Әммә 1974 йылға әйләнеп ҡайтайыҡ. Стенд бик һәйбәт килеп сыға. Байрамға Фәйзи Муллағәли улы хеҙмәтенән һаҡлап алып ҡалған һалдат гимнастеркаһында килә. Зиннәт Әбделхаҡ улы үҙенең мандолинаһын, ә Инсаф Маннап улы - скрипкаһын алып килде. Улар ошо музыка ҡоралдарында бик оҫта уйнайҙар ине. Ябай, ихлас шарттарҙа төрлө көйҙәр яңғыраны, һәм был бик тулҡынландырғыс була торғайны.
Шул тиклем йылдар үтте, әммә улар, элекке яугирҙәр, шул 1974 йылдан алып шул ваҡытта ниндәй булғандар шулай күҙ алдымда торалар. Мәңгелек хәтер уларға!
Мансур Ғиззәтуллин. Фотолар редакция архивынан.
Читайте нас