"КП-Уфа" мәғлүмәт сығанағы хәбәр итеүенсә, ул үҙ машинаһында үле килеш ултырған. Ваҡиға урынында полиция хеҙмәткәрҙәре эшләй, улар тикшереү барышында "Фольксваген" салонында шприц, ҡалаҡ һәм спиртлы салфеткаларға юлыға. Шулай уҡ мәйеттең һул яҡ ҡулында инъекция эҙҙәре табыла. Табылған әйберҙәр артабанғы тикшереү өсөн алынған. Алдан күҙаллауҙар буйынса, ир наркотикты артыҡ ҡулланыуҙан вафат булған.