Новости
11 Июнь 2020, 07:23

Нисә йылға иркенән мәхрүм ителде?

Архангел районында суд Татарстан водителенә хөкөм ҡарары сығарҙы: былтыр уның ғәйебе менән алты кешенең ғүмере өҙөлгәйне.

Фажиғә 2019 йылдың июлендә Архангел районынының Ырныҡшы ауылы янында булғайны, "King Long XMQ” туристар автобусы водителе, транспорт сараһына идараны юғалтып, автобусты юл ситенә ауҙарғайны. 39 пассажирҙың алтауһы һәләк булғайны.
Водителде шунда уҡ ҡулға алғандар. Ул юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге һәм транспорт сараһына идара итеүҙәге ҡағиҙәләрҙе боҙоуҙа, һаҡһыҙлыҡ менән ике һәм унан күберәк кешенең ғүмерен өҙөүҙә ғәйепләнә.
Суд ҡарары буйынса водитель колонияла дүрт йыл уҙғарасаҡ. Был хаҡта республика буйынса Тәфтиш комитеты хәбәр итә. Ир ғәйебен таныған.
Фото: bashinform.ru
Автор: Гүзәлиә Балтабаева.
Читайте нас