Новости
11 Июнь 2020, 08:54

Ибраҡайҙан ҡыйыу артиллерист

Уның менән минең тәүге осрашыуым 1972 йылда булды. Мин, 25 йәшлек хәбәрсе һәм ауыл хужалығы бүлеге мөдире, мөхәррир урынбаҫары Рафиҡ Ниғмәтуллин менән бер ваҡыт юғары күрһәткестәре менән дан тотҡан, бер нисә йыл районда иң яҡшылар иҫәбендә булған «Стәрле» колхозының ҡошсолоҡ фермаһына юл тоттоҡ. Ферма мөдире Ғатаулла Хөббөтдинов эштәр тураһында ентекле һөйләне. Тыңлауы ҡыҙыҡ ине. Һуңынан һүҙ ыңғайына ғына:- Ә өс көндән миңә алтмыш йәш тула, - тип әйтеп ҡуйҙы.- Хаҡлы ялға сығаһығыҙмы? – тип ҡыҙыҡһынды Рафиҡ Фәрит улы.- Әлегә хәл итмәнем, - тип баҫалҡы ғына яуап бирҙе Ғатаулла Хәлиулла улы.- Беҙ уны ебәрмәйбеҙ, - тип йылмайҙы ҡош-ҡорт ҡараусыларҙың береһе. – Эшләгеҙ әле.Ул, ысынлап та, китмәне. Фермаға мөдирлек итеүен дауам итте. Ә 1975 йылда уны «Почет билдәһе» ордены менән бүләкләнеләр.

Шул уҡ 1975 йылда уның менән тағы бер осрашырға тура килде. Ул ваҡытта Еңеүҙең 30 йыллығы уңайынан редакция фронтовиктар менән ике тапҡыр түңәрәк өҫтәлдә әңгәмә ойошторҙо.
Хөббөтдиновты ла саҡырҙылар. Ул ҡыҫҡаса ғына үҙенең яу юлы тураһында һөйләне. Әммә күптән түгел Стәрлебаш ауылында йәшәгән улы Мансур атаһы тураһында өҫтәмә мәғлүмәт бирҙе.
Ул сығышы менән Ибраҡай ауылынан. Етем үҫә, шуға күрә бик күп ауырлыҡтар аша үтә. Һуңынан, бөтәһе кеүек үк, колхозсы була. 1935 йылда армияға алалар. Ике йыл йөрөп ҡайтҡас, йәнә колхозда тырышып эшләй башлай.
Һуғыш башланыу менән Ибраҡай ауылы ир-егеттәре бер-бер артлы фронтҡа китә башлай. Ғатаулланы артиллерия часына билдәләйҙәр. 1942 йылдың февралендә Көнбайыш фронтта хәрби сынығыу ала. Мәскәүҙәге алыш яңы ғына тамамланған була. Дошманды баш ҡаланан ҡыуып сығаралар. Әммә улар хәҙер көнсығышҡа артыла. Хөббөтдинов – артиллерия дивизионында 21-се гвардия механикалаштырылған бригадаһында була. Был подразделениены Воронеж фронты составына күсерәләр. Ҡаты ҡурғаулау алыштары.
Ә бер йылдан Хөббөтдинов Курск дуғаһында ғүмерен аямай һуғышҡан йөҙәр мең һалдаттың береһе була, артабан Орёл, Белгород, Харьков ҡалаларын азат итә. Ошо алыш мәлендә уларҙың орудия расчеты дошмандың һигеҙ танкыһын тар-мар итә, унда Хөббөтдинов тоҫҡап атыусы була. Мәргән һәм ҡыйыу артиллеристар наградалар ала, шул иҫәптән Хөббөтдинов Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнә.
Һуңынан гвардия старшинаһы Хөббөтдинов орудие расчеты командиры була. Артабан Украина, Польша, Чехословакияны азат иткәндә бихисап ауыр алыштар аша үтә. Күпте күрә, күпте кисерә. Яуҙағы иптәштәренең һәләк булыуы уның йөрәген әрнетә. Тағы II дәрәжә Ватан һуғышы һәм Ҡыҙыл Йондоҙ ордендарына лайыҡ була. Бүләкләү ҡағыҙҙарының береһендә түбәндәгеләр билдәләнгән. 1944 йылдың 18 июлендә Көнбайыш Буг йылғаһы аша сыҡҡанда алыштарҙың береһендә Хөббөтдиновтың тубы бер танк һәм ике үҙйөрөшлө орудиены шартлата.
Дошмандың ярһыу контратакаһына ҡаршы тороп, тура тоҫҡап өс пулемет нөктәһен һәм өҫтәүенә, 20гә тиклем немец һалдатын һәм офицерын тар-мар итәләр. 1944 йылдың 20 июлендә Олавшице ҡалаһын алғанда Хөббөтдинов үҙенең орудиеһы менән беренсе булып ҡалаға килеп инә, һәм, тубын тура тоҫҡап, 30ға яҡын гитлеровсыны, хәрби йөк тейәлгән биш арбаны юҡ итә. 1944 йылдың 7-8 авгусында Влостув районында (Сандомирҙан көнбайыштараҡ) Хөббөтдиновтың орудиеһы ике үҙйөрөшлө тупты һәм хәрби йөк тейәлгән биш арбаны тар-мар итә. Ошо уҡ районда дошмандың өс контратакаһын кире ҡаға, өҫтәүенә иллегә яҡын немец һалдатын һәм офицерын юҡ итә. Шулай итеп беҙҙең йәйәүле ғәскәрҙәргә сиктәрҙе тоторға ярҙам итә.
Пулялар, ярсыҡтар бәхетле осраҡ менән генә уны ситләп үтә. Әммә ул ике тапҡыр контузия ала, икенсеһендә Берлиндан алыҫ түгел ныҡ контузиялана.
1945 йылдың ноябрендә Ғатаулла Хәлиулла улы тыуған ауылына ҡайта һәм байтаҡ йылдар колхозда эшләй. Ҡайһы бер эпизодтар тураһында юғарыла әйтелде. Шуны өҫтәргә кәрәк, ферманан һуң ул тағы ла һөт йыйыусы булып эшләй.. 1995 йылда вафат була. Ғатаулла Хәлиулла улы тыйнаҡ, ихлас күңелле һәм хәстәрлекле кеше булды. Балалары, ейән-ейәнсәрҙәре һәм ауылдаштары хәтерендә ул шундай кеше булып һаҡлана.
Читайте нас