Новости
10 Июнь 2020, 12:00

Ярай әле ҡош-ҡортҡа осрамаған...

Социаль селтәрҙә шундай хәбәр таралған: Октябрьский ҡалаһында, Нефтселәр менән Девон урамдары киҫелешендә, үтеп барыусылар ике йәшлек малайға тап булған. Бала ни бары майка һәм трусикта ғына булған, аяғына сандали эләктергән, ә арҡаһына күк биштәр тағып алған.

Бәләкәй сәйәхәтсенең ҡайҙа йүнәлгәне билдәһеҙ, әммә битараф булмаған кешеләр шунда уҡ малайҙың фотоһын социаль селтәрҙәргә һалған, ата-әсәһен эҙләй башлаған. Шулай уҡ баланың насар һөйләшеүен, исемен дә атай алмауын белдергәндәр.
- Бөтә урындарға хәбәр иттек, унан балалар дауаханаһына алып барҙыҡ. Унда баланы теркәйҙәр, алып ҡаласаҡтар, - тип яҙған битараф булмаған үткенселәрҙең береһе.
Мәғлүм булыуынса, малайҙың ата-әсәһе бер сәғәттән табылған. Ҡайһы бер сығанаҡтар хәбәр итеүенсә, бала төшкө йоҡо ваҡытында балалар баҡсаһынан сығып киткән. Был хаҡта “Комсомольская правда” порталы хәбәр итә.
Фото: ufa.kp.ru
Автор: Гүзәлиә Балтабаева.
Читайте нас