Пенсияны – шәхси кабинет аша
Бөгөн байтаҡ пенсиялар Рәсәй Пенсия фонды сайтындағы йәки Дәүләт хеҙмәттәре порталындағы шәхси кабинет аша бирелгән электрон ғаризалар буйынса тәғәйенләнә. Әле бындай мөрәжәғәттәр һаны 70 проценттан ашыу тәшкил итә. Уларҙың күпселеге буйынса пенсия кешенең ризалығы менән эш биреүсе тарафынан Пенсия фондының мәғлүмәти системаһына тапшырылған мәғлүмәттәр нигеҙендә тулыһынса арауыҡта тәғәйенләнә.
Пенсия алды йәшендәгеләрҙең шәхси иҫәптәрен стаж һәм эш хаҡы, пенсия тәғәйенләгәндә мөһим булған страховка осорҙары тураһындағы мәғлүмәттәр менән тулыландырыуҙы Пенсия фондының территориаль органдары алдан уҡ тормошҡа ашыра. Шуға ла пенсияларҙың күпселеге 1 апрелдән 30 июнгә тиклем арауыҡта тәғәйенләнә, һәм фондтың клиенттар хеҙмәтенә шәхсән барыу талап ителмәй.
Пенсияны – телефон аша
Электрон ғариза биреү мөмкинлеге юҡ икән, Пенсия фондының территориаль органдары кеше менән телефон аша бәйләнешкә инеп, унан пенсия тәғәйенләүгә ризалыҡ ала.
Был ғәмәл буйынса махсус акт төҙөлә, уның нигеҙендә пенсия тәғәйенләү тураһында ғариза теркәлә.
Әйткәндәй, Пенсия фонды белгестәре бер ҡасан да шәхси мәғлүмәттәрҙе, СНИЛС, банк картаһы номерын йәки уның ПИН-кодын, шулай уҡ шәхси кабинетҡа инеү өсөн паролде һорамай, шуға күрә шикле телефон аша бындай мәғлүмәттәрҙе берәүгә лә бирмәгеҙ.
Инвалидтарға нисек тәғәйенләнә?
Инвалидлығы булған кешеләргә пенсия һәм ҡайһы бер социаль түләүҙәр Пенсия фонды тарафынан Федераль инвалидтар реестры мәғлүмәттәре буйынса тәғәйенләнә.
Фондҡа мөрәжәғәт иткәндә инвалидҡа ғариза тапшырыу етә, ҡалған мәғлүмәттәр реестрҙан алына. Шул уҡ ваҡытта электрон ғариза ебәреп, түләүҙе арауыҡта тәғәйенләтергә була.
Бынан тыш, быйыл 1 марттан 1 октябргә тиклем инвалидлыҡты билдәләүҙең ваҡытлыса тәртибе ғәмәлгә индерелде. Хәҙер был ғәмәл медицина учреждениеларының документтары нигеҙендә башҡарыла, инвалидҡа медицина-социаль экспертиза бюроһына барырға кәрәкмәй.
Әйткәндәй, инвалидлыҡты ситтән тороп оҙайтырға ла мөмкин. Тәғәйен дата етеү менән ул, пенсияға һәм башҡа түләүҙәргә хоҡуҡ кеүек үк, тағы ла ярты йылға оҙая.
Төньяҡтағыларға...
Төньяҡ төбәктәрҙә йәшәгән хаҡлы ялдағыларға страховка пенсияһына арттырылған һәм аныҡ билдәләнгән өҫтәмә түләнә. Уның күләме йәшәгән биләмәгә бәйле һәм пенсия тәғәйенләгәндә теркәлеү тураһындағы документ буйынса иҫәпләнә.
Йәшәгән урын пенсионерҙың шәхси ғаризаһы менән раҫлана. Уны түләүгә хоҡуҡты оҙайтыу өсөн йылына бер тапҡыр Пенсия фондына тапшырырға кәрәк.
Әле фондтың территориаль органына июлгә тиклем ғариза тапшырыуҙың кәрәге юҡ, сөнки йәшәгән урын тураһындағы мәғлүмәт фонд белгестәре тарафынан, Эске эштәр министрлығы менән ведомство-ара бәйләнешкә ярашлы, эш биреүселәрҙән килгән дәлилдәр йәки пенсионер менән телефон аша һөйләшеү нигеҙендә аныҡлана.
Ҡараусыһыҙ ҡалғандарға...
Ҡараусыһын юғалтыу сәбәпле пенсия алған һәм 18 йәше тулған кешеләргә белем алыуҙарын раҫлау һәм пенсияны оҙайтыу өсөн Пенсия фондына мөрәжәғәт итеүҙең кәрәге юҡ. Фондтың территориаль органдары бындай мәғлүмәтте уҡыу йорттарынан ала.
Ышаныс ҡағыҙы яҙғандарға...
Ышаныс ҡағыҙы яҙып, пенсияһын икенсе кешегә алырға рөхсәт иткән пенсионер, законға ярашлы, йылына бер тапҡыр Пенсия фондының клиенттар хеҙмәтенә йәки түләүҙе ташыған ойошмаға барырға һәм пенсияны алыуын раҫларға тейеш. Әммә июлгә тиклем бындай тәртип туҡтатып торола, пенсияны ышаныс ҡағыҙы буйынса түләү дауам итә.
Даими йәшәгән урыны булмағандарға...
Рәсәйҙә даими йәшәгән урыны булмаған пенсионерҙар социаль пенсия ала. Закон буйынса ул пенсионерҙың шәхси ғаризаһы нигеҙендә тәғәйенләнә.
Ғаризала ғәмәлдәге йәшәү урыны күрһәтелергә тейеш. Әйткәндәй, түләүгә хоҡуҡты юғалтмайым тиһәң, бындай ғаризаны йыл һайын тапшырыу шарт. 1 июлгә тиклем йәшәгән ереңде раҫлау тәртибе туҡтатылды, шуға ла пенсияны алыуҙы дауам итеү өсөн Рәсәй Пенсия фондына ғариза яҙырға кәрәкмәй.
Сит илгә күсеп киткәндәргә...
Сит илгә күскән Рәсәй пенсионерҙары пенсия алыуҙарын йылына бер тапҡыр документтар менән раҫларға тейеш. Сикләүҙәр арҡаһында был ғәмәл ябайлаштырылды.
Марттан алып июлгә тиклем пенсияны һәм башҡа пособиеларҙы түләүҙе оҙайтыу өсөн Рәсәйгә бындай белдереүҙәр ебәреүҙең кәрәге юҡ. Был Хөкүмәт ҡарарына ярашлы, үҙенән-үҙе башҡарыласаҡ. Әйткәндәй, был ҡарар шулай уҡ түләүҙе дауам итеү өсөн кәрәкле документтары 1 марттан 3 майға тиклем ғәмәлдән сыҡҡан кешеләргә лә ҡағыла.