Новости
10 Июнь 2020, 12:03

Айғыр ҡаяһында урман яна

Белорет районында туристар яратып йөрөгән ер - Айғыр ҡаяһындағы урман яна башлаған. Был хаҡта Проуфу сайтында хәбәр итәләр.

Ошо урында йәшәгәндәр билдәләүенсә, янғын ҡаяға менгән ерҙә сәғәт иртәнге 11-ҙәр тирәһендә сыға. Бәхеткә, ут туристар базаһына теймәй, ә бына ҡая башында ял иткәндәр бармы-юҡмы икәнлеге билдәһеҙ. Был яҡтарҙа элемтә булмауы хәлде тағы ла ҡатмарлаштыра.
Урман хужалығы министрлығы матбуғат хеҙмәтендә бәлә урынына махсус төркөм ебәрелгәнен дәлилләгәндәр, 0,1 гектарҙа янғынды һүндереүгә өлгәшелгән.
Ут сығыуға әлеге лә баяғы ял итеүселәр ғәйеплелер тип фаразлайҙар ведомствола, йыш ҡына улар усаҡтарын һүндермәй китә лә инде. Тәбиғәткә һаҡсыл ҡараһаҡ ине.
Фото "Проуфу" сайтынан.
Читайте нас