Новости
8 Июнь 2020, 10:56

Сөгөлдөрҙән икра

Ул еңел генә әҙерләнә. Рецебын тәҡдим итәбеҙ. Табындарығыҙ түңәрәк, ял көнөгөҙ файҙалы булһын!

Ике килограмм сөгөлдөр, 250 грамм болгар боросо, 750 грамм помидор, 250 грамм башлы һуған, 100 грамм һарымһаҡ, 30 грамм тоҙ, 100 грамм шәкәр, 250 миллилитр үҫемлек майы, 75 миллилитр һеркә кәрәк.
Тәүҙә сөгөлдөрҙө ҡырғыс аша үткәрәбеҙ, помидорҙы, боросто, һуғанды ярым түңәрәк итеп киҫәбеҙ, һарымһаҡты махсус ҡыҫҡыс аша үткәрәбеҙ. Шунан ҡайнап торған майға һуғанды, помидорҙы һалып быҡтырабыҙ. Борос өҫтәп, тағы ла ҡайнатабыҙ. Һеркә ҡушып болғатабыҙ ҙа сөгөлдөрҙө һалабыҙ, тоҙ, шәкәр һибәбеҙ. Шунан һәйбәтләп болғатып, 30-40 минут тирәһе быҡтырабыҙ. Һарымһаҡ өҫтәп, стерилләнгән банкаларға һалабыҙ ҙа ныҡлап борабыҙ. Һыуығансы йылы әйбергә урап ҡуябыҙ.
Ашығыҙ тәмле булһын!
Фото:. Koolinar.ru
Автор: Рисаля Юмагулова.
Читайте нас