Бер баш кәбеҫтә, 400 грамм ит, бер баш һуған, бер кишер, ярты стакан дөгө ярмаһы, ике аш ҡалағы томат пастаһы, ике аш ҡалағы ҡаймаҡ, тоҙ, тәмләткестәр, үҫемлек майы, бер-ике стакан һыу алабыҙ.
Үҙегеҙ теләгән итте ҡулланһағыҙ ҙа була. Башта уны бәләкәй генә киҫәктәргә турайбыҙ. Кәбеҫтәне, һуғанды, кишерҙе ваҡлап киҫәбеҙ. Ә дөгө ярмаһын тоҙло һыуҙа бешерәбеҙ. Ризыҡты ҡаҙанда әҙерләргә мөмкин. Көнбағыш майын ҡыҙҙырып, итте тоҙлап бешерәбеҙ.
Шунан һуған, кишер өҫтәп, тағы ла бер нисә минут ҡайнатабыҙ. Томат пастаһы, ҡаймаҡ, тәмләткестәр һалып, йәнә әҙерәк быҡтырабыҙ. Артабан кәбеҫтәне һалабыҙ ҙа һыу, тоҙ өҫтәп, ҡапҡасын ябып, талғын утта бешерәбеҙ. Дөгөнө һалып, һәйбәтләп болғатып, ризыҡ әҙер булғансы 10-15 минут утта тотабыҙ.
Өҫтәлгә эҫе килеш бирәбеҙ.